Тимер ауылында шәхси хужалыҡтарҙағы ауыл хужалығы техникаларына күҙәтеү үтте. Рәткә теҙелеп ултырған тракторҙарға ҡарап, тимерҙәрҙең, был ауылдағы техниканың өстән бер өлөшө генә, тиеүҙәренә аптырап та ҡуяһың.
Ауыл кешеһе техниканы, нигеҙҙә, утын ташыуға, бесән сабыуға ҡуллана. Тотонғас, уларҙың хәл-торошо техник нормаларға тап килергә тейеш, әлбиттә. Сөнки төҙөк техника хәүефһеҙлек нигеҙе лә.
- Быйыл шәхси техника хужаларын дәртләндереү, сәмләндереү маҡсатында егеттәргә бүләктәр ҙә әҙерләнек. Бүләктәрҙең спонсорҙары - шәхси эшҡыуарҙар Вилдан Кәримов, Радик Ғабдулхаҡов һәм Нәҙир Алтынбаев. Егеттәр тракторҙарҙың әҙерлек буйынса кимәлен, йәшерен тауыш биреп, үҙҙәре билдәләнеләр. 20 майҙан 31 майға тиклем «Шәхси тракторсы» операцияһы үтә, - тине Гостехнадзор инспекцияһының Бөрйән районы буйынса баш инженер-инспекторы С. Ишморатов.
Тикшереү һөҙөмтәһе буйынса кемдәр урындар яулағанын белгегеҙ килһә, "Таң" гәзитенең бөгөнгө һанын уҡығыҙ.