һуңға ҡалһаң- туңырһың, ти бит халыҡ аҡылы. Ерҙең ҡарҙан әрселеп, быуға тулышҡанын, көндөң аяҙын ғына көтөп тора игенсе – һабанда һайрашыр мәлдең нәҡ үҙе.
Ҡурыуҙы башындағы Юшалы тигән ерҙә Ирәмән Шәрипов КФХ-һы егеттәре көҙҙән һөрөп ҡалдырылған ерҙе тырматып йөрөй. Ғүмере буйы тыуған колхозында “тимер ат”ынан төшмәй тир түккән Ирәмән ағай Вәлиевтың улдары Ринат менән Рәмил көн аяҙҙа 28 гектар ерҙе тырмата һалып бөтөргә тип тырыша. Ҡусты кеше руль артында саҡта олоһо эш барышын тикшереп, һөҙөмтә һәм сифат булһын, тип ҡарап тора.
Көҙҙән һөрөп һалып ҡуйғас, яҡшы сифатлы ондоң үҙе ише генә тырматылған тупраҡ: баҫыу менән, тубыҡ тиңентен үк булмаһа ла, аяҡты һәптеюҡ убып, батырып ала. Крәҫтиәнгә таныш һәм танһыҡ еҫ - ер еҫе аңҡый. Игендәр шаулап үҫергә яҙһын!
- 22 апрелдә тырмаға төштөк. Яландың яртыһына – һоло, яртыһына бойҙай сәсмәксебеҙ, - тиҙәр Вәлиевтар.
Эйе, тиккә генә, ергә тамған тир - гәүһәр, тимәйҙәр. Егеттәрҙең тырышлығы бушҡа китмәһен.