Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
15 Апрель 2019, 19:15

Сәсеү алдынан ерҙе эшкәртеү

Яҙғы баҫыу эштәренең төп йүнәлеше - тупраҡтың дымын һаҡлау, төрлө ҡый үләндәре үҫентеләрен бөтөрөү, ауыл хужалығы культураларына тиҙ һәм тигеҙ үҫеп сығыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу.Сәсеү алдынан үтә торған агротехник саралар теүәл үтәлергә тейеш: иртә яҙҙан тупраҡты йомшартыу (дым ҡаплау), сәсер алдынан культивациялау, сәсер алдынан һәм аҙағынан өҫтөн катоклау.

Яҙғы баҫыу эштәренең төп йүнәлеше - тупраҡтың дымын һаҡлау, төрлө ҡый үләндәре үҫентеләрен бөтөрөү, ауыл хужалығы культураларына тиҙ һәм тигеҙ үҫеп сығыу өсөн уңайлы шарттар булдырыу.
Сәсеү алдынан үтә торған агротехник саралар теүәл үтәлергә тейеш: иртә яҙҙан тупраҡты йомшартыу (дым ҡаплау), сәсер алдынан культивациялау, сәсер алдынан һәм аҙағынан өҫтөн катоклау.
Туңға һөрөлгән ерҙе тупраҡтың өлгөрөүенә ҡарап тырматалар. Был сара тупраҡтағы дымды һаҡлау, өҫтөн тигеҙләү, ҡый үләндәрен кәметеү мөмкинлеге бирә. Ул ҡыҫҡа ваҡытта 2 тапҡыр башҡарылырға тейеш (2-3 көн). Артыҡ дымлы тупраҡты тырматыу ер ҡатламының ҡатыуына килтерә.
Сәсеү алды культивацияһын тағылмалы йәки навескаға ҡуйылмалы төрлө модификациялағы агрегаттар менән башҡаралар. Культивацияны бураҙнаның арҡырыһына йәки ҡыялатып йөрөп башҡаралар, ерҙе сәселәсәк культура тәрәнлегенә эшкәртәләр.
Тупраҡтың өҫкө ҡатламының үтә ныҡ кибеүен булдырмау маҡсатында культивациялау һәм сәсеү араһында өҙөклөктәр булырға тейеш түгел. Ҡоро климат шарттарында бер үк ваҡытта тырматыусы, культивациялаусы, сәсеүсе, минераль ашлама индереүсе, тигеҙләүсе һәм тупраҡтың өҫтөн катоклаусы агрегат ҡулланыу отошло.
Ер эшкәртеүҙең файҙалы ысулы - тупраҡ өҫтөн катоклау. Сәсеү алды һәм сәсеүҙән һуңғы катоклау ҡоро, аяҙ көндә башҡарылырға тейеш. Еңел тупраҡты катоклау мотлаҡ.
Күп йыллыҡ үләндәр
Ерҙе эшкәртеү – һөрөнтө ер ҡатламының дымын һаҡлау, һауа, йылылыҡ, туҡланыу режимдарын яҡшыртыуға йүнәлтелергә тейеш. Бөтөн агротехник сараларҙы теүәл ҡулланыу үҫентеләрҙең тигеҙ, тығыҙ сығышына һәм мул уңыш алыуға ярҙам итә. Тупраҡтың төҙөлөшөнә ҡарап 2-3 тапҡыр культивация үткәреү кәрәк. Сәсеү алдынан һәм һуңынан тупраҡ өҫтөн катоклау мотлаҡ. Был сара орлоҡ өсөн оптималь шарттар булдырырға булышлыҡ итә. Катоклау орлоҡтоң тигеҙ һәм үтә тәрәнгә урынлашмауына ярҙам итә, ваҡ орлоҡло культуралар өсөн бик мөһим.
Минераль ашламалар ҡулланыу
Ауыл хужалығы культураларының уңышын һәм тупраҡтың уңдырышлығын яҡшыртыу өсөн төп фактор - органик һәм минераль ашламалар ҡулланыу. Үҙ ваҡытында һәм кәрәкле миҡдарҙа ҡулланған осраҡта ғына юғары маҡсаттарға ирешеп була. Беҙҙең районға хас һоро урман тупрағында азот түбән була, шуның өсөн азот ашламалары менән ашлау мөһим. Ауыл хужалығы культураларын оҙаҡ ваҡыт минераль ашламаларһыҙ эшкәртеү ерҙәге гумустың кәмеүенә килтерә. Ерҙең уңдырышлығын арттырыу өсөн иң яҡшылары органик ашламалар һәм сидераль культуралар.
Ф. ВӘЛИЕВ,
«Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге»нең
баш агрономы.
Читайте нас: