Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
6 Март 2019, 17:42

Яһалма ҡасырыу отошло

Яҡшы орлоҡтан тыуған малдың етештереүсәнлеге лә юғары. Бөгөнгө көндә районда яһалма ҡасырыу буйынса Бөрйән ветеринария станцияһы һәм “Мәмбәтова Г.М.» КФХ-һы үҙ хеҙмәттәрен күрһәтә. Яһалма ҡасырыу отошломо? Уның хаҡы күпме? Һүҙ - белгестәргә.

Яҡшы орлоҡтан тыуған малдың етештереүсәнлеге лә юғары. Бөгөнгө көндә районда яһалма ҡасырыу буйынса Бөрйән ветеринария станцияһы һәм “Мәмбәтова Г.М.» КФХ-һы үҙ хеҙмәттәрен күрһәтә. Яһалма ҡасырыу отошломо? Уның хаҡы күпме? Һүҙ - белгестәргә.
А. Бейембәтов, «Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге» директоры:
- Әлбиттә, түбән продуктлы һыйырға нимә ашатһаң да, ул мул продукция һәм яҡшы тоҡомло үрсем бирмәйәсәк. Ә тоҡом сифаты юғары булған һыйырҙар, аҙыҡ мул булып, уны микро-макро элементтар менән тулыландырып ашатҡанда, тәүлегенә 25-30 кг һөт бирергә мөмкин, үрсеме лә сифатлы була. Бындай һөҙөмтәләргә өлгәшеү өсөн тоҡомсолоҡ эше менән даими рәүештә шөғөлләнергә кәрәк. Һыйырҙарҙан һәм таналарҙан тоҡомло үрсем алыу һөҙөмтәһендә генә тармаҡты үҫтереү мөмкин буласаҡ. Әлегә был тәңгәлдә эштәр маҡтанырлыҡ түгел. Халыҡ яй ҡуҙғалған кеүек. Ҡайһы берәүҙәр, әгәр ҙә һыйырҙарҙы яһалма юл менән ҡасырһаң, ул бүтән тәбиғи юл менән ҡасмай, тиҙәр. Был дөрөҫ түгел. Бөгөнгө көндә генетика бик үҫешкән, яһалма ҡасырыу экономик яҡтан бик уңайлы. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә малдарҙың нәҫелен йә булмаһа икенсе төр үҙенсәлектәрен үҙгәртеү һәм яҡшыртыу мөмкинлектәре лә күп. Яһалма ҡасырылған малдарҙың быҙаулау осорон һәр хужа үҙенә уңайлы итеп үҙгәртеп алырға мөмкин. Малдарҙы яһалма ҡасырыу тоҡомло мал үрсетеү өсөн бик ҡулайлы алым ул. Хәҙер үгеҙҙәр ҡыйбат тора. Икенсенән, күп хужалыҡтарҙа, ауылдарҙа улар юҡ.
М. Мәмбәтов, ветеринар:
- Һыйыр үгеҙ һорай башлаһа, ғәҙәттә, һыйырға артыла башлай. Был быҙаулаған һыйырҙың тороҡтороу ваҡыты етеп килеүен иҫкәртеүсе тәүге күренеш.
Яҡшы көрлөктәге һыйыр быҙаулағас, 18-21 көндән һуң үгеҙ һорай. Ғәҙәттә, һыйырҙы ял иттереү маҡсатында быҙаулағанға тиклем 60-80 көн һаумаҫҡа кәрәк, ә быҙаулағас - 45-50 көн. Шул ваҡытта һыйырҙың һөтө лә мул була, һаулығы ла нығынып өлгөрә. Һыйыр быҙаулағандан һуң ял итергә тейеш.
А. Шәрипов, зоотехник:
- Әлбиттә, яһалма ҡасырыуҙың ыңғай яҡтары бик күп. Яҡшы орлоҡтан тыуған малдың етештереүсәнлеге лә юғары. Һөт йә ит мул кәрәк икән, хужаларға тоҡомло орлоҡто үҙҙәренә һайлап алыу мөмкинлеге бар.
Малдарҙа енси теләк өс стадияла үтә: ҡуҙғыу, тормозлашыу, тигеҙләнеү. Был 19-28 көн һайын ҡабатлана. Енси теләк 3-6 сәғәт дауам итә. Был процестар 15-25 процент һыйыр малында бер үк ваҡытта үтә, ә ҡалған 75-85 процентында 4-23 сәғәт арауығында тирбәлә.
Һыйырҙарҙы, ҡағиҙә булараҡ, енси теләк ваҡытында ике тапҡыр яһалма ҡасыралар. Яһалма ҡасырыу ваҡытын һайлай белеү мөһим роль уйнай. Әгәр ҙә һыйырҙың енси теләге иртәнсәк башланһа - тәүге тапҡыр иртәнсәк, ә икенсеһен кис, йәғни 9-12 сәғәттән hyң ҡабатлайҙар. Быҙаулағас, 30-45 көндән һуң да енси теләккә килмәгән һыйырҙарҙы, шулай уҡ күп тапҡыр (ике һәм унан да күберәк) тороҡтороп та енси теләктәрен ҡабатлаған һыйырҙарҙы ветеринарҙарға күрһәтергә кәрәк.
М. Мәмбәтов:
- Яһалма ҡасырыу хеҙмәте ял көндәрһеҙ йыл әйләнәһенә эшләй. Яһалма ҡасырыуҙың хаҡы ауылдар алыҫлығына ҡарап 500 һумдан 1500 һумға тиклем. Әгәр ҙә яһалма ҡасырыуҙан һуң һыйыр кире ҡабатлаһа, шунда уҡ осеменаторға хәбәр иткәндә икенсе яһалма ҡасырыу бушлай (юл хаҡын ғына түләү кәрәк) үткәрелә. 18-21 көн үткәндән һуң һәр эшләгән эшкә гарантия бирелә. Бер тапҡыр ҡасырылған мал кире ҡабатлаһа, малда ла ғәйеп булыуы мөмкин (һөҙөлөп, тайып ҡолау, дөрөҫ туҡландырмау һәм башҡалар).
А. Бейембәтов:
- Район халҡына шуны еткерге килә: малдарығыҙҙы яһалма ҡасырыу бер ниндәй ҡурҡыныс тыуҙырмай һәм тәбиғи юлға ҡарағанда күпкә отошлораҡ.
Яҙын көтөү сығыу менән ауырыу үгеҙҙәр әллә күпме һыйырҙы зарарлай. Һөҙөмтәлә, быҙаулағандан һуң һыйырҙарҙа төрлө сирҙәр асыҡлана. Уны дауалау ауырлығы ветеринарҙарға төшә. Мал хужаларына ла мәшәҡәт. Ә яһалма ҡасырыу бер тапҡыр ҡулланыла торған инструменттар, бирсәткәләр ярҙамында эшләнә, сифатлы, тикшерелгән орлоҡ ҡулланыла. Бары тик үҙ ваҡытында башҡарыу мөһим. Бына әле көтөү сыҡҡансы, яһалма ҡасырыу өсөн бик тә уңайлы мәл.
Белешмәләр өсөн ауылдағы ветеринар хеҙмәткәрҙәренә һәм Бөрйән ветеринария станцияһына, Бөрйән мәғлүмәт консультация үҙәгенә, “Мәмбәтова Г. М.” КФХ-һына мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Телефондар: 3-55-65, 3-62-86.
Читайте нас: