Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
5 Март 2019, 14:06

Ситтә лә солтан улар!

Темәстә “Ҡышҡы миҙгелде ябыу” тип исемләнгән ат ярыштары үтте. Уның сиктәрендә саңғы ярыштары, хәрәкәтле уйындар ҙа ойошторолдо.Унда Баймаҡ районынан тыш, Әбйәлил, Бөрйән һәм Учалы райондарынан да атһөйәрҙәр ҡатнашты. Беҙҙең райондан 7 ат барҙы ярышҡа.

Темәстә “Ҡышҡы миҙгелде ябыу” тип исемләнгән ат ярыштары үтте. Уның сиктәрендә саңғы ярыштары, хәрәкәтле уйындар ҙа ойошторолдо.
Унда Баймаҡ районынан тыш, Әбйәлил, Бөрйән һәм Учалы райондарынан да атһөйәрҙәр ҡатнашты. Беҙҙең райондан 7 ат барҙы ярышҡа.
2 сәғәттән артыҡ дауам иткән бәйгелә бөрйәндәр үҙҙәренең ҡышҡы сабыштарҙа иң-иңдәр иҫәбендә икәнен раҫланы - 7 аттың 5-әүһе призлы урындар яуланы.
3 йәшкә тиклемге саналы аттар ярышында тотош пьедестал бөрйәндәрҙеке булды: Фазыл Кинйәбаев – 1-се, Инсур Баймөхәмәтов – 2-се, Роберт Баймөхәмәтов – 3-сө. 3 йәштән өлкән аттар ярышында Роберт Баймөхәмәтов – икенсе, Иҙел Баймөхәмәтов өсөнсө урынға сыҡты. Афарин, егеттәр! Сит ерҙәрҙә йөрөһәң, матур йөрө, һоҡланмаған кеше ҡалмаһын, тигән йырҙағыса, баймаҡтарҙы һоҡландырып, бөрйәндәрҙе шатландырып, ситтә лә олтан түгел, солтан булып ҡайтыуығыҙ өсөн рәхмәт һеҙгә!
Т. Сәйфетдинова әҙерләне.
Читайте нас: