Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Февраль 2019, 16:23

Исмәғил ҒӘБИТОВ, ат ярыштарына нигеҙ һалыусы: "Бөрйәндәге ярыштарҙың йоғонтоһо ҙур булды"

- Борон-борондан башҡорт халҡы атлы булған, Хоҙай Тәғәлә башҡортто атлы итеп яратҡан. Шүлгән мәмерйәһендә ат һүрәтенең булыуы, Йылҡысыҡҡан күленән аттар сығыуы тураһында легенда ла ошо хаҡта һөйләй. Күп райондарҙа аттарҙы ит, ҡымыҙ өсөн генә тоталар, Бөрйән халҡы иһә аттарҙы яратыуы, уға ҡарата айырыуса иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Борон йөк ташыу өсөн аттан башҡа транспорт булмаған.

- Борон-борондан башҡорт халҡы атлы булған, Хоҙай Тәғәлә башҡортто атлы итеп яратҡан. Шүлгән мәмерйәһендә ат һүрәтенең булыуы, Йылҡысыҡҡан күленән аттар сығыуы тураһында легенда ла ошо хаҡта һөйләй. Күп райондарҙа аттарҙы ит, ҡымыҙ өсөн генә тоталар, Бөрйән халҡы иһә аттарҙы яратыуы, уға ҡарата айырыуса иғтибарлы булыуы менән айырылып тора. Борон йөк ташыу өсөн аттан башҡа транспорт булмаған. Районыбыҙ тимер юлынан да, машина юлынан да алыҫта урынлашҡас, райком секретарҙары ла, башҡа етәкселәр ҙә элек ауылдарға аттарҙа ғына йөрөй торғайнылар. Аҙыҡ-түлек, кейем-һалымды ла Стәрлетамаҡтан ат менән ташынылар. Малайҙарҙа ла бәләкәстән атҡа һөйөү тәрбиәләнеләр. Атайым мәрхүм дә беҙҙе бәләкәй ваҡыттан ат ҡарарға, тәрбиәләргә, уны егеп, бесән-утын килтерергә, ваҡытында ашатыу, һыу эсереү кеүек эштәргә өйрәтте.
Аттарға һөйөү, айырым ҡараш булғанға ла, районыбыҙҙа 50 йыл буйы ҡышҡы ат ярыштары үтә.
Был ярыштарҙы 1969 йылдан 1975 йылға тиклем ойоштороп йөрөнөм. Ул ваҡытта райкомдың, райсоветтың, почтаның, леспромхоздың, колхоздарҙың аттары ярышҡа сыға, кашауай саналар менән Иҫке Собханғолдан Иҫке Мөсәт тирәһенә тиклем барып, әйләнеп киләләр ине. Эргә-тирә райондарҙан райком секретарҙары, етәкселәр, хужалыҡтар рәйестәре лә килә торғайны. Кемдәрелер үҙ аттарын килтерә, кемдәрелер Бөрйән аттарына ултырып ярыша ине. Район етәкселәре был ярыштарҙы артабан да дауам итте, мөмкинселек булғанда үҙем дә ярҙам итеп торҙом.
Бөрйәндәге атҡа булған ҡараштың, айырыуса ҡышҡы ярыштарҙың әһәмиәте бик ҙур булды. Күп райондар, мәҫәлән, Күгәрсен, Йәрмәкәй, Әлшәй, Мәләүез, Баймаҡ райондары, үҙҙәрендә ярыштар үткәрә башланы. 90-сы йылдарҙа ауыл хужалығы министры булып эшләгәнемдә республика кимәлендә ат ярыштары ойошторҙоҡ. Унан һуң тәүҙә Пятигорскиҙа, шунан Мәскәүҙә ярыштар үткәрелә башланы һәм республика аттары, уларҙа ҡатнашып, 1-се, 2-се урындар ала торғайны. Хөкүмәттә эшләгән ваҡытымда аттарҙы хатта самолет менән Төркиәгә лә ебәргәнебеҙ хәтерҙә. Бөрйәндәрҙең йоғонтоһо бына нисек ҙур булды!
Райондарға ғына түгел, республикаға, илгә таралды, хатта сит илгә лә ярыштарға сыға башланыҡ.
50 йыл дауамында, ниндәй генә ваҡыттар булмаһын, бөрйәндәр ярыштарҙы бик матур итеп ойоштороп килә, халыҡ та, хатта сатлама һыуыҡтарҙа ла, ҡалдырмай, ҡыҙыҡһынып ҡарап бара. Егеттәргә, райондағы етәкселәргә йылҡысылыҡҡа ҙур иғтибар бүлеүҙәре өсөн ҙур рәхмәт. Киләсәктә лә ошо традицияны дауам итһендәр ине.
М. МЫРҘАҒОЛОВА.
Читайте нас: