Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
27 Февраль 2019, 16:30

Батырҙарға - дан һәм мәртәбә!

23 февраль көнө районыбыҙҙа 50-се тапҡыр ойошторолған ҡышҡы ат ярыштары нисек үткән? Ниндәй ярыш төрҙәре ойошторолған? Кемдәр еңеүселәр булған?

23 февраль – Ватан һаҡсылары көнөндә Иҫке Собханғол мәктәбе биләмәһендә илебеҙ именлеге өсөн яуҙарҙа баш һалған, дәһшәтле яу юлдарын имен үтеп ҡайтып, Ватаныбыҙҙы фиҙакәр хеҙмәте менән күтәрешкән, локаль бәрелештәрҙә ҡатнашҡан яугирҙәр иҫтәлегенә митинг үтте.
Митингыла ҡотлау һүҙе менән район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов, РФ Дәүләт Думаһы депутаты З.Байғусҡаров, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары А.Бейембәтов, З.Әлибаев, район ветерандар советы рәйесе Һ.Мәрәсов, Иҫке Собханғол мәктәбенең 10-сы класс уҡыусыһы А.Ишкилдиндар сығыш яһаны.
Ватан һаҡсыһы һәйкәленә сәскәләр һалынғас, яу ҡырҙарында башын һалған яҡташтарыбыҙҙы бер минутҡа тын ҡалып хөрмәтләне йыйылған халыҡ.
Аты бар – батыр,
аты юҡ – ятыр
Халыҡ мәҡәле шулай тиһә лә, ул көндө атлыһы ла, атһыҙы ла Күҙәмбәт яланына ашыҡты. Илленсе тапҡыр үткәреләсәк, инде район сиктәренән ашып, икенсе райондарға “йоға” башлаған был сәмле ярыштарҙан нисек ҡалмаҡ кәрәк?!
Күҙәмбәттә тормош гөрләй: ҡыпсаҡтар тюбинг өсөн тауҙарында һуңғы әҙерлек эштәрен алып бара, “Бөрйән” ҡулланыусылар йәмғиәте ҡыҙҙары тирмә эргәһендәге усаҡ тирәләй йүгерешә – тәмле ризыҡ еҫтәре әллә ҡайҙарға тарала. Көйәрмәндәр кемдең аты беренсе килер, тип фаразлай. Былтырғы кубок эйәләре әтектәр ҡулдарындағы аҫыл ҡошто быйыл да ебәрмәҫкә ниәт итә (ауыл хакимиәте башлығы Нуретдин Әбүбәкировҡа ла ат ене ҡағылғанын һуңынан ваҡыт раҫлаясаҡ – биләмәһенән берәй ат ярышҡа сыҡһа, улар менән бер ҡатар йүгереп китә, һай-һайлап дәртләндереп тора), ярышҡа бер юлы 4 ат әҙерләп алып килгән Яуымбай уҙаманы Ырыҫйән Ураҙғолов, һаҡалын тыныс ҡына һыйпап, ни булырын ярыш күрһәтер, тип тора...
Булыр илдең балаһына - хөрмәт
Бөлөр илдең балаһы бер-береһен бахыр, тир, булыр илдең балаһы бер-береһен батыр, тир, тигән халыҡ аҡылын тағы бер дәлилләне Бөрйән брендына әйләнгән был мәртәбәле сара. Район хакимиәте башлығы Р.Шәрипов халыҡты матур байрам айҡанлы тәбрикләп, Исмәғил Әхмәҙулла улы Ғәбитовтан ҡалған матур аманатты райондың тайпылышһыҙ үтәүен билдәләне. РФ Дәүләт Думаһы депутаты З. Байғусҡаров: “Башҡортостандың йөҙөк ҡашы булған Бөрйәндә генә ошондай ярыштар үтә. Башҡорт менән ат бер-береһенән айырылғыһыҙ. Исмәғил Әхмәҙулла улының матур башланғысын ярты быуат дауам итеүегеҙ - үҙе маҡтауға лайыҡ! И. Ғәбитов – районын күтәргән шәхес, беҙ уны, Күгәрсендә лә эшләп киткәс, үҙебеҙҙең Күгәрсен кешеһе, тип тә беләбеҙ”, - тине һәм Исмәғил Әхмәҙулла улына исемле сәғәт бүләк итте.
Мәһәҙейҙең “Элгеләү” халыҡ фольклор төркөмө абруйлы яҡташыбыҙ Исмәғил Әхмәҙулла улын аҡ кейеҙгә баҫтырып, уға арнап таҡмаҡтар әйтеп ололаны. Аҡ кейеҙгә аяҡ баҫа ҡунаҡтың ҡәҙерлеһе, ти икән райондаштары, был – булыр илдең балаһына оло хөрмәт, сикһеҙ рәхмәт билдәһе.
Районыбыҙҙың Почетлы гражданы Исмәғил ағай аҡ кейеҙгә баҫып ҡына ҡалманы, мәһәҙейҙәр менән бергә өҙә баҫып бейене! Үәт, исмаһам, үҙебеҙҙең ағай, ил аҡһаҡалы!
Ярышсының ҡарты, йәше булмай
Саналы ат ярыштарына төрлө ауылдарҙан төрлө йылдарҙа ат ярыштарының данын күтәреп йөрөүсе ағай-эне килгәйне. Инде сәстәренә сал төшөп, аҙымдары һәлмәкләнһә лә, йөрәктәрендәге дәрт, күңелдәрендәге сәм һаман да кәмергә лә уйламаған ат һөйөүселәр, ысын рухлы башҡорт ағайҙары сәхнә тирәләй сығып баҫҡас, үәт, ҡайҙа икән ул ысын һөнәрмәндәр, көйәрмәндәр, ат һөйәрмәндәр, тип тел шартлатырға ғына ҡалды! Заманында ярыш ғәме менән янғандар, еңеү пьедесталында ғорур баҫып торғандар, ошо матур сараны ойоштороуға, һаҡлауға көс һалғандар һәр ауыл хакимиәтенән тиҫтәләп килгән...
Башланып китте ярыштар...
Старт һыҙығына 3 йәшкә тиклемге башҡорт тоҡомло аттар теҙелде. Уларҙың бәғзеһе торған урынында бейей, ҡайныһы хужаһына баш бирмәй маташа – үҙе бер тамаша инде! Ниһайәт, аттар атҡан уҡтай осоп сығып та китте – арттарынан ҡар туҙаны уйнап ҡалды. Күп тә үтмәй, беренсе килгән аттың башы ла күренде. Яуымбайҙағы Ы.Ураҙғолов КФХ-һынан Ерәнсәйе менән Фидан Исхаҡов икән! Эрбис ҡушаматлы аты менән икенсе булып финиш һыҙығын үтеүсе Вәсил Ҡотоев та – ошо хужалыҡтан. Өсөнсө призлы урын – Әтектәге Сәлихов КФХ-һынан Ҡашҡайы менән Рузил Исламовта.
Саналар
шыйлап осто
Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуға 100 йыл тулыу уңайынан үткәрелгән саналы аттар ярышында (6 саҡырымға) пьедесталдың ике баҫҡысы ла әтектәрҙеке булды. Беренсе урынды А. Баймөхәмәтов КФХ-һынан Аҡбәкәле менән Ринат Мөхәмәтҡужин алһа, икенсе урынға Аҡмороно менән Роберт Баймөхәмәтов сыҡты. Баймаҡтан (Темәс) Ринат Йосопов Спартагында өсөнсө урын менән мөрхәтһенде.
Ҡош тиҙлегендә
4 саҡырымға 3 йәштән өлкән башҡорт тоҡомло аттар ярышында ҡатнашыусы һыбайлылар ҡош тиҙлегендә осто. Бында ла яуымбайҙарға етеүсе булманы – “Ураҙғолов” КФХ-һынан Вәсил Ҡотоев Поинтында беренсе килде, икенсе урын – Буянында ярышыусы Ғилман Үтәбаевта, өсөнсө – Күксәй хужаһы Фидан Сәлиховта.
Юбилей ярышында –
иң-иңдәр
Саналы аттар ярышының 50 йыллыҡ юбилейына арналған төрөндә 8 ярышсы көс һынашты. Бында дистанцияны аттар сапмай, елеп-юртып ҡына үтергә тейеш ине. 10 саҡырым арауыҡты беренсе булып Ураҙғолов КФХ-һынан Мирфат Әбйәлилов Тарпанында елеп кенә үтһә, икенсе урынды Вектор ҡушаматлы аты менән Баймаҡ егете Ринат Йосопов алды. Өсөнсө урынға Кинйәбаев КФХ-һынан Малышы менән Айрат Ишморатов сыҡты.
Рух, сәм, ғәм ҡушылғанда
10 саҡырымға саналы аттар ярышы (бәйге) иң сәмлеһе булғандыр. Ана бит, Малыш ҡушаматлы айғырында Яңы Усман уҙаманы, 67 йәшлек Рәил Бикбулатов та (ул байтаҡ йылдар ошондай ярыштарҙа ҡатнаша, быйыл Ш. Ҡолһарин КФХ-һы намыҫын яҡлай) финиш һыҙығынан доноп сығып китте. Әйткәндәй, тәүге 4 әйләнештә лә ул беренсе килеп, Малышы һуңғы әйләнештә генә ҡарышты. Финиш һыҙығына беренсе булып яҡынлашҡан Инсур Баймөхәмәтовтың Буяны, финиш һыҙығына 9-10 метр ара ҡалғас, сапмай туҡтап ҡалды, хужаһы сананан төшөп уны һөйрәп тә, этеп тә ҡараны – ат үҙенекен итте. Ул арала уны Рәил ағайҙың Малышы ҡыуып та етте. Был төр ярышта беренсе урын һәм ҡышҡы ярыштарҙың иң елле бүләге - автомашина арбаһы Инсур Баймөхәмәтовҡа, икенсе урын Рәил Бикбулатовҡа, өсөнсө урын Руслан Ҡасҡынбаевҡа (Дәүләтҡужин КФХ-һы, атының ҡушаматы – Күксәй) бирелде.
Иң көслө команда – Яуымбайҙа!
Командалар араһындағы ярышта быйыл беренселек һәм күсмә кубок яуымбайҙарға – Ураҙғолов Ырыҫйән КФХ-һына китте. Икенсе урында – Инсур Баймөхәмәтов КФХ-һы, өсөнсөлә – Әтектән Гүзәл Сәлихова етәкләгән КФХ.
Саналарҙың шәбе – Әтектә!
Сана биҙәү ҙә ҡышҡы ярыштарҙың бер айырылғыһыҙ өлөшөнә әйләнгән инде. Быйыл был төр ярышта тәүге ике урынды Әтектән ағалы–ҡустылы Баймөхәмәтовтар (1-се урында – Инсур, 2-селә – Роберт) бүлешһә, өсөнсө урын ошо уҡ ауылдан Фидан Сәлиховҡа эләкте.
Иң шәп
йылҡысы кем?
Ат туғарып-егә белеү ҙә егетлек күрһәткесе. Быны ярышта ҡатнашыусылар раҫланы ла инде. Тәүҙә Бөрйән егеттәре таҫыллыҡта, сослоҡта, етеҙлектә ярышты. Был сәмле ярышҡа, түҙмәй, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров менән Байназар ауыл биләмәһе башлығы Айрат Салауатов та ҡушылып китте. Депутатыбыҙ хатта сисенеп ташлап, күлдәксән тотондо ярышҡа. Атын егә һалып, урап та килде. Әммә ярыш еңеүсеһеҙ буламы? Беренсе урынға Роберт Баймөхәмәтов, икенсегә Буранбай Ғәлин, өсөнсөгә Айрат Салауатов сыҡты. Уларға Ейәнсура районы хакимиәте башлығы Юланов Дәмин Марат улының шәхси призы – матур йүгәндәр эләкте!
“Иң оло бәйгесе” исеменә 67 йәшлек Рәил ағай Бикбулатов лайыҡ булһа, “Иң йәш бәйгесе” - 16 йәшлек Фидан Сәлихов. 50 йыллыҡ тарихҡа эйә саналы ат ярыштарында әүҙемлек күрһәткән, матур күсәгилешлекте быуындан быуынға тапшыра килгән династия вәкилдәре тип Әтектән Баймөхәмәтовтар танылды.
Эйе, ярышҡан аттар һыуынып, ярышсыларҙа уйын ҡомары бер аҙ баҫылғас, еңеүселәр урындарын, бүләктәрен алып ҡыуанды. Илленсе тапҡыр үткән саналы ат ярыштары юғары нотала, рух күтәренкелегендә, сәм, ғәм балҡышында тамамланды.
Дәмин Марат улы Юланов,
Ейәнсура районы хакимиәте башлығы:
- Эмоциялар саманан тыш! Быға хәтлем Бөрйәнде баллы, солоҡло, айыулы, Шүлгәнташлы бер мөғжизәле төбәк тип белә инем, бөгөндән ул ҡомарҙы уятыусы ҡышҡы ат ярыштары төбәге булараҡ хәтеремә уйыласаҡ. Мин Бөрйәндә тәүгәмен. Районығыҙ матур, ауылдарҙағы өйҙәр төҙөк, тәбиғәт тураһында әйтеп тә тораһы түгел! Бәйге сәмле, ҡомарлы, егеттәр дәррәү – иҫ китмәле! Беҙҙә һабантуйҙар үтә, әммә бындай ат ярыштары үткәрелгәне юҡ әлегә. Бөрйәндәрҙең саҡырыуына рәхмәт – бай тәьҫораттар менән ҡайтам!
Зәки Арыҫлан улы Әлибаев,
БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты, БР Яҙыусылар союзы идараһы рәйесе:
- Ир-егет менән ат – бер үк төшөнсә. Ошоно бөрйәндәр саналы ат ярыштарын илленсегә үткәреп иҫбат итте. Был матур йоланы тотош республикаға таратыу зарур. Был – Бөрйәнгә генә хас бренд, ошо брендтың Аҡбуҙаттан килгәнен оноторға ярамай.
А. Ғарифуллина.
Читайте нас: