- 1970 йылда ул саҡтағы ауыл хужалығы институтының зоотехния бүлеген тамамлап ҡайттым. Шул заманда уҡ ат ярышы була тип зыҡ ҡубып йөрөйҙәр ине. Һарғаянан “ағиҙел” колхозына Апшаҡ тигән айғыр алғандар. Уны мөнир Шәрипов ярышҡа әҙерләне. Мин ул йылы бара алманым – Белоретта ит тапшырып йөрөп ҡалынды. Беҙҙекеләргә арттағы урындар ғына эләккән. Роберт Баязитовтың улы (минең буласаҡ кейәү) тыуған да, ул шуны “йыуҙырырға” йөрөй. Шунда һүҙ сыҡты сабыш аттары тураһында.
- Исмәғил Әхмәҙулла улы Темәстән бер туры бейә алдыртҡан. Үҙе уны ныҡ маҡтай, уны үткән ат юҡ, Шүлгән яғынан килгәндәге бейек тауҙы елеп килеп сыға, тип әйтә, тей, - тиҙәр.
- Колхоз рәйесе Риф Баязитов рөхсәт итһә, мин теге туры бейәне үтә торған ат табам, - тип әңгәмәгә ҡушылдым бит. Ғилман Сәфәрғәлин: ”Әйҙә, бер яртыға бәхәсләшегеҙ”, - тигән тәҡдим индерҙе. Бер литр аҡбашҡа бәхәсләштек.
Йәй Нәүҙәт Исмәғилев колхоздың йөк ташый торған бейәһен биреп, сиғандарҙан бер бейә алып ҡалған. Сиғандан алған теге бейә сатанлай. Нәүҙәт уны ҡарай, тәрбиәләй. Яуымбайҙан Әҡсән Сәлихов атҡа шәп булды – бүрке төшөп ҡалһа, һыбай сабып килешләй, шуны ерҙән эйелеп алыр ине...
Хәй Ғиззәтуллин: “Ағиҙел”дәрҙең туры бейәһе, Сиған, беҙҙекен үтә”, - тип әйтә икән. Ат ярышына шыбаға тотоштолар. Сиған бейәһе – 7-се, теге данлыҡлы Туры бейә 6-сы булып китте. Финишҡа ҡайһыһы алдан килә, тип түҙемһеҙлек менән көтәбеҙ... Күпереге борҡоп беҙҙең Сиған килә бит... Теге Туры бейәне 1 минутҡа артҡа ҡалдырҙы.
Ҡурсаулыҡтан Сталь ҡушаматлы ерән ат алдыҡ. Һабантуйҙа Сәлихов Ғәлимйән ҡусты беренселекте берәүгә лә бирмәне.
Мин үҙем тәүге йылдарҙа Томоз ҡушаматлы атта ярыштым. Уның да тарихы бар. Риф ағай Баязитов шуны егеп ҡайҙалыр барған. Уға үсләшкән берәү атының ҡойроғон ҡырҡып ҡайтарған...
Исмаҡайҙан алынған күк төҫтәге ат - Малыш - килгән йылда уҡ сиған бейәһен үтте.
Тағы рысак менән булған бер ваҡиға хәтерҙә. Леспромхоздың шәп рысагы бар ине, уның балаһын леспромхоз кешеһе алған. Мин белешеп киттем тегене. Сығышһыҙ, тинеләр. Юҡ, йөрөп ҡарағы килә. Һыбай менеп саптым – шәп елә был, артҡы аяғы үксәгә һуға. Яҡшы яғы – ҡайҙа эйәрен һалһаң, шул ерҙән китмәй. Икенсе кешене мендермәне ул. Бер мәл тегене колхоз рәйесе Риф Баязитов эйәрләгән. Үрәпсей, күтәреп һуға икән. Ғәйзулла ағай: “Үрәпсеп ергә төшкәндә мен”, - ти. Шулай итте лә инде. Мораҙымда ул атҡа Үлмәҫбай ҙа менә алмаған.
Сибайҙан бер юртаҡ алып килдем. Унда Әсҡәт Уразаев ярышты. Кашауайҙа шәп, көслө ине. Ветврач Кәбир Баймырҙиндың бүркенән ҡурҡып биленләне. Екһәң, ала ла китә ине. Әсҡәт уның менән гел 1-се урындар алды. Һай, шәп аттар бар ине инде. Улар ҙа үлеп бөттө...
Күмертауҙан алып килгән шәп ҡола ат булды. Исмаҡов Ғәйзулла ағай яңылыштан орлоҡҡа тигән ағыулы һолоно ашатҡан. Үлде, һөт эсереп, тәрбиәләп тә ҡараным. Аҙаҡ “Ҡыҙыл таң”ға киттем. Күгайғырҙы биреп, Баймаҡтан Ерәнсәйҙе алдыҡ. Егеп-туғарһаң, һикерә лә ҡуя ине. Ярыштарҙа ал бирмәне. Аҙаҡ теге атта Камил Баймырҙин 1-се урындар алып йөрөнө. Ярышырға ла оҫталыҡ кәрәк, ат шәп булыуы мәсьәләне хәл итмәй.
Аттар менән булған ваҡиғалар күп инде ул. Улар ҙа, кешеләр ише, төрлө яҙмышлы. Ат бәхете – кешенән бит ул. Шөкөр, миңә шундай шәп аттар эләкте. Иҫ китмәле! Әле булһа, сабыш аттары күрһәм, йөрәк дөпөлдәп, күҙҙәрем янып китә. Башҡортҡа атһыҙ булмай шул...
- 1972 йылда ауыл хужалығы институтынын бөтөп ҡайтҡас, мине “Бөрйән” совхозының “Марс“ бүлексәһенә (Кейекбай) ветврач итеп ебәрҙеләр. Иманғолов Илгизәр ағай бригадир. Ул Ҡара атты тәрбиәләп, ярышҡа өйрәтеп алған. Ат сығышы менән мәндәғолдоҡо. Илгизәр ағай ошо аты менән гел беренсе урындарҙы алып йөрөй. Наил Аллабирҙин - зоотехник. Баш белгес булараҡ, Ҡара атты үҙенә алған. Илгизәр ағай, уның был ҡылығына үпкәләп, ПМК-ға тракторист булып китте. Наил менән теге атты ярышҡа тип көн дә әҙерләйбеҙ. Бер нисә йыл рәттән 1-се урын алды.
Артабан район комсомолына эшкә күстем, райкомда, парткомда эшләнем, әммә ат ярыштарынан ҡалманым – гел комиссияла булдым, судья булып та йөрөнөм. Совхозға аттар алдыҡ. Ҡара ат менән бергә Рәхимйән Баймөхәмәтов өйрәткән күк ат - Буян шәп булды. Совхозда баш зоотехник булып эшләүсе Ғарифулла Ҡулбирҙин шул Буян менән 1-се урын алды.
Элек тә ярышта аттар күп булды. 10-15-кә етә ине. Борон ҡышҡыһын кеше саналы аты менән сабып йөрөһә, унан көләләр ине. Саналы ат елергә тейеш. Ат ярыштары башланған осорҙа хәҙерге кеүек сабыш булманы, аттарҙа елделәр генә. Сабыу иһә – һабантуйҙарҙа ғына. Мин баш судья булғанда аттарҙы гел елдерҙек. Бының, әлбиттә, эше күп: үтәсәк юлды участоктарға бүләһең, һәр береһенә нейтраль кеше ҡуяһың, аттар елеүҙән сабыуға күсһә, улар билдәләй, аҙаҡ улар үткән ваҡытҡа 10-15 секунд өҫтәйһең. Елеп йөрөгән аттар оҙаҡ китә ала, сапҡандар тиҙ быуыла, ҡыҫҡа араға ғына саба ала. Аттарҙың елеүҙән сабыуға күсеүе һуңғы тиҫтә йылдар арауығында ғына башланды. Секундлап һанарға йыбанып, саптырҙы ла ҡуйҙылар.
Минең фекер: саналы ат ярыштары кире елеүгә ҡайтарылһа ине.
Был ярыштарҙы ойоштороп, даими бер сараға әйләндереүҙең башында И. ғәбитов торҙо. Уның заманында ла аттар гел елә, ә сапмай ине. Исмәғил Әхмәҙулла улы үҙе шәп бер Туры бейә менән йөрөнө. Ул Туры бейәһе менән Ҡотан, Ырғыҙлы яҡтарына барып, һәр хужалыҡҡа һуғылып, бер көндә урап ҡайтыр ине. Исмәғил Әхмәҙулла улы атҡа ныҡ иғтибар бирҙе. Григорьев Николай ағай совхоздың үҙәк конторында конюх булып эшләне. Исмәғил Әхмәҙулла улы 119-сы йылҡы заводынан Затон ҡушаматлы юртаҡ алдырғайны, ул ҡыҫҡа арауыҡҡа шәп елде.
Яңы Усманда Сәйфетдинов Ғәйзулла ағай йөрөгән Күксәй мал аҫылы булды. Ул атты тотмаһаң, үлгәнсе китә ине. Уны үҙәк контораға алдыҡ. Һыуға тип асһаң, Яңы Усманға ҡайта ла китә теге. Бер мәл Күксәй менән Ғәйзулла ағай урынына икенсе кеше ярышты. Яңы хужа, аттың холҡон белмәгәс, тегене тотмаған. Күксәй ҡолағанса китте – Алағуян буйында салдылар...
“Ағиҙел” колхозының кир төҫтәге Ласточкаһы (баш зоотехник Рауил Сәлихов осоронда) ярыштарҙа беренселекте бирмәҫ ине. Ғәҙелгәрәйҙән Әхмәтйәнов Фәрит ағай Бурылы менән ярышҡа килде. Тәүҙә команда иҫәбе өсөн ярышты, унан – шәхси беренселеккә лә ошо уҡ аты менән.
Бөрйән данын күтәргән, тотош илгә таратҡан саналы ат ярыштары киләсәктә лә үтһен, тик, өҫтә әйтеүемсә, аттар сапмай, елһә ине...