Солоҡ, солоҡ тамғалары тураһында күптәребеҙ белә. Тамға - ул нәҫелдән нәҫелгә күсеп килгән ырыу билдәһе. Шулай уҡ уның борон-борондан уҡ ҙур әһәмиәткә эйә булған билдә икәне лә күптәребеҙгә мәғлүм. Эйе, шулай, уның менән солоҡ ағасын һәм эш ҡорамалдарын ғына билдәләмәгәндәр. Өй, ихата, сабынлыҡ, һунар биләмәһе һәм башҡалар – быларҙың барыһына ла тамға һуғылған. Хатта ул рәсми документтарҙа ҡултамғаны алыштырған. Шуға күрә лә тамғалы рәсми ҡағыҙ юридик көскә эйә булған.
Ҡәҙимге урман ауылы тормошонда тамғаның кәрәклеге тәү сиратта солоҡ ағастары менән бәйле. Тәү ҡарамаҡҡа урман төпкөлөндә урынлашҡан солоҡ ағасы үҙ хужаһының яҡлауына мохтаж кеүек. Мутлашыусының, минең сит солоҡҡа менеп барғанды кем күрер ҙә кем белер, тейһең, тип уйлауы бар. Әммә был тәү ҡарамаҡҡа ғына шулай. Ысынбарлыҡта иһә һәр солоҡтоң ышаныслы ҡурсалаусыһы бар. Ул тамға тип атала. Сит тамға аша кирәм һирпеү – ҙур гонаһ. Әйткәндәй, ул ваҡыттарҙа урман биләмәһенең хужаһы башҡа берәү, ә шул биләмә эсендә урынлашҡан ҡайһы бер солоҡ ағастарының хужалары башҡалар булыуы ҡәҙимге күренеш кеүек ҡабул ителгән. Заманында тәртип ҡаты булған шул, хатта биләмә хужаһының сит солоҡтарға тейергә йәки дәғүә итергә башына ла килмәгән.
Шуны ла әйтергә кәрәктер, борон-борондан солоҡ ҡиммәт булған. Заманында уның хаҡы бер ат йәки ике һыйыр хаҡына торош иткән. Шуға күрә лә солоҡло ҡарағай ҡиммәтле бүләк булып иҫәпләнгән.
Ә шулай ҙа ул заманда һирәкләп булһа ла солоҡ балын-күсен урлашыусылар булған. Әммә улар ҡаты яза аласағын алдан уҡ белеп торған. Үҙегеҙ баһа биреп ҡарағыҙ әле. Әгәр берәү солоҡ балын урлаһа – бер һыйыр, солоҡ ағасын йығып, күсен алһа – бер ат, ә инде тамғаны боҙһа, дүрт (!) ат хаҡы күләмендә штраф түләргә тейеш булған. Күреп тораһығыҙ, балға һәм күскә ҡарағанда тамғаны боҙған өсөн штраф бер нисә тапҡырға күберәк булған. Ә шулай ҙа тормошта урлашыусыны тулы асыҡлай алмаған хәлдәр ҙә булғандыр инде. Был осраҡта халыҡ ҡарғышы бигерәк ҡаты булған – “заты ҡороһон” тигәндәр. Бәлки, күптәрҙе штраф түләүҙән бигерәк бына ошо ҡаты ҡарғыш үҙ мәлендә яңылыш аҙым яһауҙан ҡотҡарып ҡалғандыр.
Бына шулай, борон солоҡсолоҡта ҡаты, әммә ғәҙел тәртип булған. Яҙылған-яҙылмаған солоҡ ҡағиҙәләре бик һирәк боҙолған. Әлбиттә, бындай тарих менән ғорурланырға була. Ә бына бөгөнгөһө бер аҙ борсоуға һала. Һуңғы йылдарҙа солоҡ ҡағиҙәләрен боҙоусылар һаны күбәйеп бара түгелме, тип уйлап ҡуям. Бәлки, яңылышамдыр. Ә шулай ҙа бөгөн тамғаға, солоҡ ағасына, солоҡ балына ҡағылышлы күңелһеҙ хәбәрҙәр йышыраҡ ишетелә башланы төҫлө. Бәлки, бөгөн беҙгә ата-бабаларыбыҙҙың солоҡсолоҡ тарихына күҙ һалып, бер аҙ фәһем алыу кәрәктер...
ауыл хужалығы фәндәре докторы.