Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Ғинуар 2019, 11:28

Ғөбәйтулла солоҡтары

Бөрйән солоҡсолары тураһында йыйынтыҡ сығарыу – минең күптәнге хыялым. Әммә был эште яңғыҙ ғына башҡарып булмай. Шуға күрә мин барлыҡ солоҡсоларға, уларҙың туғандарына һәм ауылдаштарына мөрәжәғәт итәм – солоҡсолар тураһындағы мәғлүмәтте бергәләп туплайыҡ һәм йыйынтыҡты бергәләп сығарайыҡ! Әле миндә күпмелер йыйылған мәғлүмәт бар. Ваҡыт үтер, йыйынтыҡ та, насип итһә, баҫылып сығыр. Шул ваҡытта кемдер онотолоп ҡалмаһа ине. Шуға күрә был дөйөм хеҙмәткә беҙгә әүҙем тотоноу мөһим. Ә бөгөн мин гәзит уҡыусыларҙы миңә иң тәүгеләрҙән булып килгән бер хат менән таныштырмаҡсымын. Киләсәктә бындай хаттар мөмкин тиклем күберәк булһын ине.

Бөрйән солоҡсолары тураһында йыйынтыҡ сығарыу – минең күптәнге хыялым. Әммә был эште яңғыҙ ғына башҡарып булмай. Шуға күрә мин барлыҡ солоҡсоларға, уларҙың туғандарына һәм ауылдаштарына мөрәжәғәт итәм – солоҡсолар тураһындағы мәғлүмәтте бергәләп туплайыҡ һәм йыйынтыҡты бергәләп сығарайыҡ! Әле миндә күпмелер йыйылған мәғлүмәт бар. Ваҡыт үтер, йыйынтыҡ та, насип итһә, баҫылып сығыр. Шул ваҡытта кемдер онотолоп ҡалмаһа ине. Шуға күрә был дөйөм хеҙмәткә беҙгә әүҙем тотоноу мөһим. Ә бөгөн мин гәзит уҡыусыларҙы миңә иң тәүгеләрҙән булып килгән бер хат менән таныштырмаҡсымын. Киләсәктә бындай хаттар мөмкин тиклем күберәк булһын ине.
«Минең атайым – Юлсурин Ғөбәйтулла Ҡуҙыйәхмәт улы. Олатайым Ҡуҙыйәхмәт 1847 йылда тыуған. Уның атаһы - Айытҡол. Уның атаһы Юлсура Күсәпов. Юлсураның 5 улы булған. Улар Ямашлы йылғаһы буйында урынлашҡан Аҡбулат ауылында йәшәгәндәр. Беҙҙең ара кешеләре бик хәлле йәшәгән. Улар нигеҙҙә ҡортсолоҡ һәм һунарсылыҡ менән шөғөлләнгәндәр. Минең атайға олатайҙан мираҫ булып апаруҡ байлыҡ ҡалған. Әсәйем (Әлифә исемле) һәм Яңылбикә апайымдың әйтеүҙәре буйынса, олатайым мәрхүм булғас, атайымдың, дөйөм алғанда, 70-тән ашыу ҡорт ҡунырлыҡ солоҡ ҡарағайҙары булған. Ваҡытында мин атай-олатайымдың солоҡтары тураһында Юлсурин Хәлфетдин ағайымдан ныҡлап һорашҡайным. Ул миңә һәр солоҡ ағасының ҡайҙа урынлашҡаны тураһында асыҡ аңлатты, ә мин уларҙы яҙа барҙым. Әммә йәш саҡ, дыуамал осор, фекерләү ҡеүәһе лә етәрлек кимәлдә булмағандыр, күрәһең. Ҡыҫҡаһы, мин был яҙыуҙы юғалттым.
Бөгөн иһә иҫтә ҡалған солоҡтар тураһында ғына һөйләй алам. Әле атайымдың мин белгән 8 солоғо юҡ. Этаҫҡан буйында – 3, Мүңкә тауы битендә – 2, Түбәнге һәм Үрге йылға буйында 3 солоҡ ағасы ҡолаған. Бәлки, заманында уларҙы утынға йығып алғандарҙыр. Аҡбулат ауылы эргәһендәге яланда (зыярат менән Түбәнге йылға араһында) бер яңғыҙ солоҡ ултыра. Ошо солоҡ атай мәрхүмдеке. Ваҡытында РТП ул урманлыҡтан ялан яһағайны. Ошо РТП етәксеһенән атай мәрхүмдең солоғон ҡалдырыуын һораным. Рәхмәт ул етәксегә, минең үтенесте тыңланы. Тағы ла ауылдан сама менән ике саҡырым алыҫлыҡта, Ҡорая ҡултығынан Рамаҙлы йылғаһы аша сыҡҡан юл буйында, атай мәрхүмдең бер солоғо ултыра. Атайымдың солоҡтары, нигеҙҙә, Ямашлы, Үлбар, Рамаҙлы, Ҡураҡай йылғалары буйында урынлашҡан. Атайсал яланы ситендә 3 солоғо бар ине. Солоҡтарҙың ултырған ерҙәренең исемдәрен яҙыуҙың кәрәге лә юҡтыр инде.
Беҙҙең тамға
ошолай
Шуныһы үкенесле, атайымдың ғүмере бик аяныслы өҙөлгән. Коллективлаштырыу осоронда (1934 йылда) ул колхозға 40 баш солоҡ, 16 баш йылҡы, 8 баш һыйыр, 30-лап һарыҡ, шуға өҫтәп бер ҙур ҡунаҡ өйө һәм бер бәләкәй өй (бишкә биш метр ҙурлығында) бирә. Атайым үҙ теләге менән колхозға инә. Әммә 1937 йылда кемдер атайымды алдап ошаҡлап ялыу яҙа. Йәнәһе лә, атайым, совет власы дөрөҫ эшләмәй, тип әйтә була. Ошо ялыу арҡаһында атайымды 1937 йылдың 15 сентябрендә ҡулға алалар. Тикшереү барышында ни бары 10 бит ҡағыҙ туплана. Шуларҙың өсәүһе 3 кешенең аңлатмаһы. Ошо 10 бит ҡағыҙға таянып 1938 йылдың 27 ғинуарында атайым атып үлтерелә».
Бына ошо мәҡәләгә ҡыҫҡаса ғына байҡау яһайыҡ әле. Берҙән, был мәҡәләне яҙған кешегә рәхмәт, мәҡәлә матур яҙылған, әммә яҙған кешенең исем-шәрифтәре юҡ. Ә был йыйынтыҡ өсөн бик кәрәк. Шулай уҡ миңә эш барышында килеп тыуған һорауҙарҙы асыҡлау маҡсатында бәйләнеш өсөн дә кәрәк. Икенсенән, солоҡсо һәм солоҡтар тураһында мәғлүмәт бар, әммә берәй фотоһүрәт юҡ. Солоҡсоноң үҙенең фотоһүрәте булмаған хәлдә лә уның солоғо эргәһендә ейәне (йәки башҡа берәй яҡын туғаны) баҫып торған фотоһүрәт солоҡсоға арналған мәҡәләне күпкә матурлап-йәмләндереп ебәрер ине. Өсөнсөнән, “солоҡтарҙың ултырған ерҙәренең исемдәрен яҙыуҙың кәрәге лә юҡтыр инде” тигән яҙыу бөтөнләйе менән дөрөҫ түгел. Бындай мәғлүмәт бик кәрәк. Хатта уларҙы яҙыу йыйынтыҡтың төп шарты булып тора. Быуындан быуынға күсеп килгән ер-һыу атамаларының исемдәрен дөрөҫ һаҡлау – ул хәҙерге быуындың бурысы. Дүртенсенән, был яҙмала ниндәйҙер тарихҡа (йә башҡа ваҡиғаға) бәйле булған ниндәйҙер ҡыҙыҡлы мәғлүмәт юҡ. Бәлки, Ғөбәйтулла оҫта солоҡсо ғына түгел, ә ағас башын осороуға ла маһир булғандыр. Бәлки, уның ниндәйҙер бер солоғоноң исеме ниндәйҙер тарихҡа бәйлелер. Бәлки, был уның ғаиләһенә ваҡытында ниндәйҙер хөрмәтле ҡунаҡ килгәндер. Бәлки, Ғөбәйтулла һунарҙа берәй мажараға тарығандыр һәм башҡаһы. Бындай мәғлүмәтте бары тик уның ғаиләһе, туғандары һәм ауылдаштары ғына белә. Был турала, әлбиттә, яҙыр кәрәк. Бындай мәғлүмәт мәҡәләне күпкә үҙгәртә, байыта.
Һүҙемде йомғаҡлап, уй-теләкте белдерге килә – һәр солоҡсоға бағышланған һәр мәҡәлә солоҡсоноң барлыҡ туғандарының күңеленә хуш килерлек итеп яҙылһын ине. Бына әле мин Ғөбәйтулла солоҡтарына бәйле мәҡәләне уның улының (моғайын, улы яҙғандыр) яҙмаһын үҙемсә бер аҙ матурлап-шымартып яҙып ултырам. Әммә был үҙгәртеүҙәр уға оҡшамауы ла бар бит әле. Шуға күрә йыйынтыҡ әҙерләү барышында беҙ (мин һәм солоҡсо тураһында яҙған кеше) һәр ваҡыт бәйләнештә булырға, мәҡәләне һәр яҡлап тикшерергә тейешбеҙ. Әйткәндәй, минең электрон адрес һәм кеҫә телефоны номеры түбәндәгесә: [email protected] һәм 89279245822. Яҙығыҙ, шылтыратығыҙ. Ә киләсәктә мин солоҡсоларға бағышланған һәр мәҡәләне район гәзитенә биреп барырға иҫәп тотам. Бәлки, өҫтәмәләр, тәҡдимдәр, тәнҡиттәр һәм башҡаһы булыр.
Ә. ШӘРИПОВ.
Читайте нас: