Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Ғинуар 2019, 13:23

"Тырышлыҡты хөкүмәт күрә белде"

Самат Мөхәмәт улы Хисмәтуллин, хеҙмәт ветераны, Нәби ауылы, 1948 йылғы:- 6 йәшемдә 2 һеңлем менән атайһыҙ ҡалдыҡ. Атай үлгәс, өсөнсө һеңлем тыуҙы. Етемлектә йәшәүе ауырыраҡ булды. Уҡыуға әллә ни барымым булманы. 11 йыл уҡып, 7-се синыфты тамамланым да, эшкә төштөм.

Самат Мөхәмәт улы Хисмәтуллин, хеҙмәт ветераны, Нәби ауылы, 1948 йылғы:
- 6 йәшемдә 2 һеңлем менән атайһыҙ ҡалдыҡ. Атай үлгәс, өсөнсө һеңлем тыуҙы. Етемлектә йәшәүе ауырыраҡ булды. Уҡыуға әллә ни барымым булманы. 11 йыл уҡып, 7-се синыфты тамамланым да, эшкә төштөм. Кәрим Һатыбаловҡа яңы трактор биргәйнеләр, мине ул йөрөткән иҫке тракторға ултырттылар. Эшләп тә, киске мәктәптә 8-се класта уҡып та йөрөгәнемдә армияға алдылар. Армиянан ҡайтҡас, йәнә шул тракторымды “йүгәнләнем” - мин киткәс, Тимергә ебәргәндәр ҙә, ҡайтып, махсус курстар тамамлап, танытма алыуыма уны йөрөткән механизаторға яңы трактор бирҙеләр. 1974 йылда өр-яңы МТЗ-52 тракторы тапшырҙылар. Юл төҙөйбөҙ, силос ташыйбыҙ, колхоздың игенен Сосновка тирмәнендә һалдырабыҙ, игенде ҡалдырғас, район-ара базанан он, шәкәр кеүек йөк алып ҡайтабыҙ... Эш күп булды, ҡыҫҡаһы. 1975 йылғы ҡоролоҡ мәлендә колхоздың бесәнен, Ҡыҙылъярҙа арышты төргәкләнек, Саҡмағош районынан һалам да төргәкләп алып ҡайттыҡ. Тырышыуыбыҙҙы хөкүмәт күрә белде - 1974, 1975 йылдарҙа социалистик ярышта еңеүсе билдәләре таҡтылар, 1976 йылда СССР-ҙың Почет билдәһе менән бүләкләнеләр. 1984 йылда иһә өр-яңы МТЗ-82 тракторын бирҙеләр. Шул тракторҙа бик һәйбәт кенә эшләп йөрөй инем, уға ултырыуыма 13 йыл тулды тигән көндө гараж менән ҡуша янып, әрәм булды. Шунан өҫтөнә ағас ауған бер трактор менән икеһенән бер трактор ҡоршап алдым һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда йөрөнөм. 2001 йылда БР Ауыл хужалығы министрлығының Почет Грамотаһына лайыҡ булдым, 2002 йылда “Хеҙмәт ветераны” исеме алдым. Әле лә ер кешеләрен онотмайҙар - һабантуйҙарға, ауыл хужалығы көндәренә саҡырып торалар. Тик хәҙер эшһеҙлектең “сәскә атыуы” борсой, ойошҡан, эшләгән кеше һирәк, элек бит, колхоздар бар саҡта, бөтә кеше эшкә йүгерер ине, ғәләмәт күңелле булды. Революцияға тиклем кеше тамаҡ өсөн генә эшләгән бит, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн дә шул хәлгә төшөп барабыҙ.
Бөгөнгө тормошома килгәндә, шөкөр, зарланмайбыҙ: 5 балабыҙ бар, барыһы менән дә аралашып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып йәшәйбеҙ, пенсия етә, өйөбөҙгә газ, һыу үткән, йыл һайын ҡатыным менән унар көнгә шифаханаларға йөрөйбөҙ. Ошо һаулыҡтан айырмаһын инде.
М. Йәмилева.
Читайте нас: