- Бесән, һоло, һалам етерлек. 80 баш йылҡы ҡышты имен-аман сығыр, тигән ниәттәбеҙ. Мал аҙығын көҙ үк эргәгә ташып алдыҡ. Һоло етерлек, үҙебеҙ сәсеп үҫтергәс, мул тотонабыҙ. Малдарҙы Хәләф Маликов менән Фәүзи Байназаров ҡарай. Быйыл һолобоҙ уртаса уңыш бирҙе, киләһе йылға орлоҡ әҙерләп һалынған. Техниканы яңыртып торола - яңы тырма алдыҡ. Йылҡыларым 122 башҡа барып еткәйне, сабынлыҡ ерҙәр менән проблема булғас, сараһыҙҙан, кәметергә тура килде – инәләренән айырылған 28 баш ҡолондо һаттым. Сабындар күберәк булып, малға бесән эшләүгә иркенселек булһа ине, тигән теләк ҙур. Ул сағында йылҡы һанын арттырырға форсат сығасаҡ. Ғөмүмән алғанда, ҡышҡа имен-аман индек, ҡара ергә лә шулай аяҡ баҫырға насип итһен, - ти Фәһим Мөхәмәт улы.