Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
13 Ноябрь 2018, 17:23

Хеҙмәте барҙың хөрмәте бар

Районда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Сара район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы.

Районда ауыл хужалығы һәм эшкәртеү сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнде. Сара район мәҙәниәт һарайы хеҙмәткәрҙәре әҙерләгән концерт номерҙары менән аралашып барҙы. Тантананы асып, район хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов: «Байрамығыҙ менән ҡотлайым. Һәммәгеҙгә лә тырыш хеҙмәтегеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Еңел булмаған эшегеҙҙә уңыштар теләйем», - тине һәм «Хәйбуллин» КФХ-һы механизаторы Заһир Исмаковҡа, ҡымыҙ бешеүсе Рәмзилә Ҡарасуринаға, ат көтөүсе Фәүзи Аҫылбаевҡа, “Урал” АХК-һы мал көтөүсеһе Рәлиф Дауытовҡа район Советының почет грамоталарын тапшырҙы. Баймаҡ Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Бөрйән филиалында уҡып йөрөүсе Айтуған Малакаев Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге” етәксеһе, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты Айнур Бейембәтов Салауат исемендәге АХК рәйесе Ильяс Хөснөтдиновҡа БР Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың рәхмәт хатын тапшырҙы. “Урал” хужалығы етештереү кооперативы етәксеһе (күптән түгел хаҡлы ялға сыҡҡан) Рәфис Дауытов менән яңы етәксе Сәйет Ғәлин Башҡортостан Хөкүмәте дипломы менән бүләкләнде.
Ауыл хужалығы министрлығы вәкиле Илмир Мөхәмәтйәров ауыл эшсәндәрен ҡотлап, «Сәйәхов» КФХ-һы бригадиры Артур Аҫылбаевҡа, «Ғәйетбаев» КФХ-һы етәксеһе урынбаҫары Сәлих Ғәйетбаевҡа, “Урал” АХК-һы һауынсыһы Зөлфиә Ғәлина менән көтөүсе Айгиз Мөхәмәтғәлинға, Салауат исемендәге АХК тракторисы Камил Нәҙершинға, “Бөрйән мәғлүмәт-консультация үҙәге”нең баш зоотехнигы Айгиз Шәриповҡа министрлыҡтың Рәхмәт хаттарын тапшырҙы.
Сарала ҡатнашыусы “Буранбай” ауыл хужалығы ҡулланыусылар кооперативы етәксеһе Фирҙәүес Алтынбаева, Мораҡ һөт заводы етәксеһе Финат Сәлихов даими һөт тапшырыусы предприятиелар етәкселәренә, шәхси хужалыҡтарға хеҙмәттәшлек өсөн рәхмәт белдерҙе.
Байрам табыны артында йыйылған ауыл хужалығы эшсәндәре был көндө бер-береһе менән күңелдәре булғансы аралашты, тырыш хеҙмәттәре өсөн хөрмәт күрҙе.
А. АҠЫЕВА.
Читайте нас: