Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Октябрь 2018, 18:34

Республика көнөнә арналған саралар

Йәрминкә рәсми рәүештә 11.00 сәғәттә асыла. Йылдағыса, йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, картуф, ит, һөт продукциялары, Бөрйән балы, бесән, утын һәм башҡа аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре тәҡдим ителәсәк.

Тантаналы концерт

Республика көнө уңайынан 9 октябрҙә киске 20.00 сәғәттә район мәҙәниәт һарайында тантаналы концерт була.

Таҡтаташ асыу

11 октябрҙә - “Көҙ байлыҡтары” тип аталған традицион ауыл хужалығы йәрминкәһен асыу тантанаһы алдынан - 10.00 сәғәттә Иҫке Собханғол мәктәбендә фән һәм техника өлкәһендә СССР дәүләт премияһы лауреаты, Хеҙмәт Ҡыҙыл байраҡ һәм өсөнсө дәрәжә Хеҙмәт даны ордендары кавалеры, БАССР-ҙың атҡаҙанған металлургы Әхтәмов Исмәғил Хәмит улы иҫтәлегенә таҡтаташ асыу тантанаһы үтә.

Ағас ултыртыу

Артабан райондағы төрлө тармаҡ етәкселәре “Йәшә, урман!” тигән Бөтә Рәсәй акцияһы сиктәрендә Иҫке Собханғол мәктәбе уҡыусылары менән берлектә мәктәп янына ағастар ултыртасаҡ.

Йәрминкә – муллыҡ билдәһе

Йәрминкә рәсми рәүештә 11.00 сәғәттә асыла. Йылдағыса, йәрминкәлә ауыл хужалығы тауарҙары, картуф, ит, һөт продукциялары, Бөрйән балы, бесән, утын һәм башҡа аҙыҡ-түлек, көнкүреш әйберҙәре тәҡдим ителәсәк. Иҫке Собханғол баҙары ла эшләйәсәк. Халыҡҡа дөйөм туҡланыу урындары ойоштороласаҡ. Ҡыҫҡаһы, үҙегеҙгә кәрәкле әйберҙәр алып, һатырығыҙҙы һатып, дәртле концерт ҡарап, байрам көнөндә матур ял итергә форсат буласаҡ.

Муллыҡ, именлек, татыулыҡ символы булған көҙгө йәрминкәгә рәхим итегеҙ!

Читайте нас: