Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
11 Сентябрь 2018, 13:20

Ураҡ өҫтө

Баҫыуҙарҙа ураҡтың ҡыҙған мәле. Игенселәр көҙгө сыуаҡтың һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша.


Баҫыуҙарҙа ураҡтың ҡыҙған мәле. Игенселәр көҙгө сыуаҡтың һәр сәғәтен файҙаланып ҡалырға тырыша. Тәжрибәле комбайнсы Мөнир Ғазин (аҫтағы һүрәттә) ярҙамсыһы Хәбир Маликов менән Ҡурғашлылағы Имес туғайына 15 гектар майҙандағы бойҙайҙы урырға төшкән. ялға туҡтаған арала комбайндарын ҡарап йөрөүҙәре.

- Имес туғайындағы һоло әле бешмәгән, - ти КФХ етәксеһе Кәшәф Шәрипов.


Мораҙымдар ҙа һынатмай


Мораҙымдың Зыярат яланында Ғәлин Әхтәр хужалығының ир-аттары өсөн эштең ҡыҙған мәле. Кемдәргә ер эшен тапшырырға белгән хужа – тәжрибәле комбайнсы Хәләф Хафизов менән Илнур Әлибаков ураҡҡа мөкиббән бирелгән. Әхтәрҙең төп таянысы һәм ярҙамсыһы Әхмәт Мөҙәрис улы ла бында: “20 га майҙанда бойҙайҙы, Әпкәлә 30 га майҙанда һолоно ураһы бар. Йәштәрҙе күтәрмәләшмәйенсә булмай. Быйыл бына улым комбайн алып ебәрҙе, юғиһә кеше яллаһаң, ярты игенде бирергә кәрәк. Былай, исмаһам, үҙеңдеке. Көнө булһа, эш ырар ул”, - тип бер тынала хәл-әхеүәлен дә бәйән итә ир-уҙаман.


Эйе, көҙгө сыуаҡ ҡышҡа бол инде ул. Ошоно белгән крәҫтиән иртә таңдан баҫыуҙа.


А.Рәжәпова.

Һүрәттә: И. Әлибаков,

Х. Хафизов һәм Ә. Ғәлин.
Читайте нас: