-6 °С
Болотло
- Хужалыҡта 12 баш һыйыр аҫрала. Беҙ ит йүнәлешендә эшләйбеҙ. Хөснә Әбүбәкер ҡыҙы 4 баш һыйырҙы һауып, бороп, ҡаймағын һата. Әле бына комбайнды урып-йыйыу эштәренә әҙерләп йөрөйбөҙ. Беҙ, КФХ-лар, эште ҡулалмаш эшләйбеҙ. Комбайнсы Мөнир Ғазин Рәмил Теләүбаевтың игенен урырға төшөргә тейеш.
38 га майҙанға һоло, 20 га майҙанға бойҙай сәстек. Хәҙрәт яланында, тау башында, 20 га һоло урыуҙы көтә. Имес туғайының 18 гектарына – һоло, 20 гектарына бойҙай сәселгән. Бесән үҙебеҙгә артығы менән етә, һатырға тип шулай күп эшләп алабыҙ. Мал аҙығы мул – зарланырлыҡ түгел, - ти Кәшәф Мөнир улы (һүрәттә).
Эйе, бесәнде ваҡытында торғоҙоп ҡалғандар ота шул. Кәшәф Шәрипов – шулар иҫәбендә.