Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
24 Июль 2018, 16:55

Эштәр ҡыҙа

Бөгөн ауылда бесән мәле. “Сәйәхов” крәҫтиән фермер хужалығында ла мал аҙығы әҙерләүҙең ҡыҙған мәле. Беҙ барғанда Алты мөйөш яланында МТЗ-82 тракторҙарында Илшат Шаһимырҙанов һәм яҙғылыҡ эшкә ингән Азамат Тимерғәлин кәзә үләнен сабып йөрөйҙәр ине.

Бөгөн ауылда бесән мәле. “Сәйәхов” крәҫтиән фермер хужалығында ла мал аҙығы әҙерләүҙең ҡыҙған мәле. Беҙ барғанда Алты мөйөш яланында МТЗ-82 тракторҙарында Илшат Шаһимырҙанов һәм яҙғылыҡ эшкә ингән Азамат Тимерғәлин кәзә үләнен сабып йөрөйҙәр ине.

- Үлән бешкән. Сәселгән үлән былтырғы кимәлдә, яҡшы үҫкән. Тик тиҙерәк сабып, ваҡытында ғына йыйыр кәрәк. – ти 3 тиҫтәгә яҡын тракторҙа йөрөүсе, шуның 10 йылдан күберәк Сәйәхов КФХ-һында, уға тиклем Ағиҙел колхозының Мәһәҙей бригадаһында йөрөгән тәжрибәле шофер Илшат Шаһимырҙанов.

Хужалыҡ етәксеһе белдереүенсә, хужалыҡтың һыйыр, йылҡы малдарына етерлек күләмдә бесән тупланасаҡ. Бөгөнгө көндә булған 26 гектар сабынлыҡтарын сабып бөтөп, йыйыу эше менән булалар.

Район хакимиәте ҡарарына ярашлы, мал аҙығы әҙерләү буйынса ике айлыҡта АХКһәм КФХ-ларға бер баш шартлы малға 25 центнер мал аҙығы әҙерләү планы еткерелгәйне.

Кисәге көнгә районда үлән 900 гектарҙа сабылған (42%). 705 тонна бесән (10%) әҙерләнгән. “Урал” АХК 66 гектар майҙандағы күп йыллыҡ үләндең 15 гектарын сапһа, “Салауат”тар 418 гектарҙың 60 гектарын сапҡан, 40 тонна бесән әҙерләгән. “Фәһим Хәйбуллин”, “Фирғәт Хәйбуллин”, “Кәшәф Шәрипов, “Фәнис Сәйәхов”, “Рушан Салауатов”, “Рәмил Латыпов”, “Ирәмән Шәрипов” КФХ-ларында мал аҙығы әҙерләү барышы маҡтауға лайыҡ һәм улар башҡаларға үрнәк булып торалар.

Д. БАЙНАЗАРОВ.

Читайте нас: