Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
23 Июль 2018, 16:41

Башҡаларға үрнәк күрһәтеп

Район хакимиәте ҡарарына ярашлы, мал аҙығы әҙерләү буйынса ике айлыҡта АХК һәм КФХ-ларға бер баш шартлы малға 25 центнер мал аҙығы әҙерләү планы еткерелгәйне.23 июлгә ҡарата районда үлән 900 гектарҙа сабылған (42%). 705 тонна бесән (10%) әҙерләнгән.

“Йәшел ураҡ” көндәлеге

Район хакимиәте ҡарарына ярашлы, мал аҙығы әҙерләү буйынса ике айлыҡта АХК һәм КФХ-ларға бер баш шартлы малға 25 центнер мал аҙығы әҙерләү планы еткерелгәйне.

23 июлгә ҡарата районда үлән 900 гектарҙа сабылған (42%). 705 тонна бесән (10%) әҙерләнгән. “Урал” АХК-һы 66 гектар майҙандағы күп йыллыҡ үләндәрҙең 15 гектарын сапһа, “Салауат”тар 418 гектарҙың 60-ын сапҡан, 40 тонна бесән әҙерләгән. “Фәһим Хәйбуллин”, “Фирғәт Хәйбуллин”, “Кәшәф Шәрипов, “Фәнис Сәйәхов”, “Рушан Салауатов”, “Рәмил Латыпов”, “Ирәмән Шәрипов” КФХ-ларында мал аҙығы әҙерләү барышы маҡтауға лайыҡ һәм улар башҡаларға үрнәк булып торалар.

Республикала ҡаты һәм һутлы мал аҙығы күләменең өстән бер өлөшө әҙерләнгән. Бөтәһе 921 мең тонна сенаж һәм 391 мең тонна бесән әҙерләнгән: шартлы мал башына 11 центнер мал аҙығы берәмеге тупланған (планда 30 центнер мал аҙығы берәмеге). Ул былтырғы мал аҙығы әҙерләү тиҙлеге менән тиң.

Читайте нас: