Быйыл да йәйләүҙәге эштәр тәжрибәле ҡымыҙ бешеү оҫтаһы Айһылыу апай Ямғурсинаһыҙ башланмаған. Тиҫтә йылдан ашыу Бешәке ҡымыҙ йәйләүендә эшләгән Айһылыу апайға ярҙамға 10-сы синыфты тамамлаған ҡыҙы Алһыу ҙа килгән. Бәләкәйҙән бейә һауырға өйрәнгән Алһыу бында 10-сы йыл ярҙамлаша. Йәйләүҙә икенсе йәй эшләүсе Рәмзиә Ҡарасурина - “Ағиҙел” хужалығында күп йылдар эшләгән тәжрибәле бейә һауыусыларҙың береһе. Рәүилә Хәсәнова менән ҡыҙы Таңсулпан иһә ҡымыҙ йәйләүендә беренсе йыл, шуға ҡарамаҫтан, тиҙ арала бейә һауырға ла, ҡымыҙ бешергә лә өйрәнеп алғандар.
- Йәйләүгә 28 май сыҡтыҡ. Май урталарында эшселәр өсөн төҙөлгән яңы өйҙө рәтләп, мейестәрен аҡлап, әҙерләп ҡуйҙыҡ, - ти фермерҙың хәләл ефете Альбина Хәйбуллина. – Йәмгеһе 90 тирәһе йылҡы малы иҫәпләнһә, шуларҙың 30 башы - һауын бейәләре. Көндәлек һауым 90-100 литр тирәһе булһа, эҫе көндәрҙә һөт 10-15 литрға кәмеп тә ҡуя. Йылҡыларҙы Хәләф Маликов менән Фәүзи Байназаров алмашлап көтәләр. Ҡымыҙҙың литрын элеккесә - 100 һум менән һатабыҙ. Һатып алыусыларҙан өҙөлгәнебеҙ юҡ, хатта ҡымыҙҙың өлгөргәнен дә көтмәй, көнөнөкөн-көнөнә алып китеп торалар. Ҡайһы ваҡыт еткерә алмай китәбеҙ, - ти ул.
Шул арала һауын мәленең үткәнен көтөп, ҡымыҙ һатып алырға туҡтаған юлсыларҙан бәләкәй генә сират хасил булды. Боронғо ысул менән көбөләрҙә бешелгән тәбиғи башҡорт ҡымыҙы һәр кемгә танһыҡ шул.