Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Июнь 2018, 14:15

Мал аҙығы әҙерләү мәле етте

Муниципаль район хакимиәте 2018-2019 йылдың ҡышлау осорона йәмәғәт малына мал аҙығы әҙерләүҙе ойошҡан рәүештә үткәреү буйынса саралар тураһында ҡарар ҡабул итте. Уға ярашлы, 21 июндә был мөһим кампанияға арналған семинар-кәңәшмә үткәреү күҙаллана. Ағымдағы йылдың 20 июненән 20 авгусына тиклем районда мал аҙығы әҙерләү буйынса ике айлыҡ иғлан ителә.

Ауыл биләмәләре башлыҡтарына, АХК, КФХ-лар етәкселәренә мал аҙығы әҙерләүгә хеҙмәткә яраҡлы бөтә халыҡты йәлеп итеү, өмәләр ойоштороу тәҡдим ителә.

АХК-ларға һәм КФХ-ларға мал аҙығы әҙерләү планы еткерелә. Тәғәйен алғанда, район буйынса 1087 тонна сенаж, 8407 тонна бесән әҙерләү планлаштырыла.

Райондағы предприятие, ойошма һәм учреждениеларға ла йәмәғәт малына аҙыҡ әҙерләү буйынса план еткерелде.

Читайте нас: