Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Апрель 2018, 12:01

Аныҡ маҡсаттар менән

Һуңғы йылдарҙа районда крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, үҙ кәсебенә тотоноусылар арта. Әле районда 80-дән ашыу КФХ ауыл хужалығы продукцияһын етештереп һатыу менән шөғөлләнә.

Һуңғы йылдарҙа районда крәҫтиән-фермер хужалығы ойоштороп, үҙ кәсебенә тотоноусылар арта. Әле районда 80-дән ашыу КФХ ауыл хужалығы продукцияһын етештереп һатыу менән шөғөлләнә. Йылҡысылыҡты үҫтереү программаһына ярашлы уҙған йылда бер крәҫтиән фермер хужалығы 1 миллион 350 мең һум күләмендә грант алған.

Ғәлиәкбәр ауыл хакимиәте башлығы Руслан Әхтәмов Ҡолғана ауылында малсылыҡты үҫтереү, грант алыуға ҡағылышлы үткән күсмә кәңәшмәлә йөрөп ҡайтҡас, үҙ ауыл биләмәһендәге халыҡты фермерлыҡ эшен башларға өгөтләп ҡарай. Ләкин бер кешенән дә ыңғай яуап ишетмәгәс, ҡатыны Гөлназ Тимерғәзим ҡыҙы менән һөйләшеп, мал үрсетеү, грантҡа дәғүә итергә тәүәкәлләргә ниәт ҡоралар. 2017 йылдың апрелендә крәҫтиән фермер хужалығы ойошторалар.

- Биләмәлә беренсе асылған фермер хужалығы эшен күреп, бәлки, башҡа кешеләр ҙә эйәрер тигән ниәттә эшкә тотондоҡ. Әйтергә кәрәк, эш башлауы еңелдән түгел, грантта ҡатнашыуға иғәнә индереү, документтар йүнләү, бизнес-план төҙөү, уны яҡлау кеүек этаптар үтергә кәрәк. Шулай ҙа ҡурҡыу кәрәкмәй, бары тик теләк һәм тырышлыҡ булһын. Шөкөр, дәүләт тарафынан да үҙ эшен асыусыларға ярҙам күрһәтелә, - ти ат йәнле хужабикә.

Күптән түгел эш башлаған фермер грантҡа 5 баш бейә малы һатып алған. Әле хужалыҡта 15 баш йылҡы аҫрала. Ҡалған аҡсаға МТЗ-82 тракторы алырға йыйыналар. Үҙҙәренең Газ-53, тағылмалы бесән сапҡысы, МТЗ-50 тракторы бар. Әлбиттә, үҙ эшеңде булдырыу бер йылда ғына һөҙөмтәгә ирешеп, килем алып була тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа ныҡлы ниәт, асыҡ маҡсаттар менән йәшәй хужалыҡ етәксеһе. “Киләсәктә мал һанын арттырып, бер нисә кешене мәшғүл итеп, ҡымыҙ, ит етештереүҙе юлға һалырға, бесән преслағыс алырға иҫәп тотабыҙ. Беҙҙең яҡҡа ял итеүселәр күп килә, аттарҙы өйрәтеп, һыбай йөрөүҙе лә ойоштороп ҡарараға ине”, - тигән уй-пландары менән дә уртаҡлашты КФХ етәксеһе Гөлназ Тимерғәзим ҡыҙы.
Маҡсатҡа ирешеүсән, үҙ көстәренә ышанып эш башлаған тырыш эшҡыуарҙарға уңыштар юлдаш булһын.

Д. БАЙНАЗАРОВ.

Читайте нас: