Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
2 Апрель 2018, 18:25

Хужалыҡты тырыштар тота

“Урал” АХК-һында 140 баш мал бар: 75 баш һауын һыйыры, 10 баш йылҡы, ҡалғаны тана-торпо, быҙауҙар. Район буйынса был хужалыҡ тотороҡло эшләп килгәндәр иҫәбендә.

“Урал” АХК-һында 140 баш мал бар: 75 баш һауын һыйыры, 10 баш йылҡы, ҡалғаны тана-торпо, быҙауҙар. Район буйынса был хужалыҡ тотороҡло эшләп килгәндәр иҫәбендә.

Ҡышлауҙы ла яҡшы сығып киләләр. Кооператив етәкселеге белдереүенсә, ике ҡыш сығырлыҡ мал аҙығы бар. Малдарҙың ауыҙынан аҙыҡ өҙөлмәй, төрлөләндереп, силос, фураж, бесән, һалам бирелгәс, көндәлек һауым да яҡшы ғына - 340 литр. Уны 3 көнгә бер Темәстәге һөт ҡабул итеү пунктына тапшыралар.

Малсылыҡ тармағының ырамлы эше хаҡында һөйләгәндә, әлбиттә, яҙмыштарын ер эше менән бәйләгән, йыл әйләнәһенә ауыл хужалығында эшләгән кешеләрҙең фиҙакәр хеҙмәтен телгә алмай булмай.

- Хәҙер халыҡ мал араһында эшләргә бик үк теләмәй. Беҙҙә лә күбеһе электән колхозда тир түккән тәжрибәле эшселәр йыйылған. Тап уларҙың тырыш хеҙмәте һөҙөмтәһендә хужалыҡ үҫешә. Ололар менән бер рәттән Айгиз Мөхәмәтғәлин, Буранбай Ғәлин кеүек йәштәр ҙә дөйөм уңышҡа тос өлөш индерә. Уларға ниндәй эш ҡушһаң да тырышып эшләйҙәр, - ти “Урал” АХК-һы рәйесе Рәфис Дауытов.

Хужалыҡта Айгиз Мөхәмәтғәлин 5 йыл, Буранбай Ғәлин 6 йыл тирәһе эшләй. Айгиз ике тоҡом үгеҙен ҡарай, һауын һыйырҙары торған ҡураны таҙалыҡта, тәртиптә тота. Йәйге осорҙа йәйләүҙәге малдарҙы көтә. “Өйҙә лә 2 баш ат, һыйыр, һарыҡтар көтәбеҙ. Бәләкәйҙән мал араһында үҫкәнгә, был тармаҡ яҡшы таныш, эштең бер ҡыйынлығы ла юҡ. Эш хаҡын ваҡытында түләйҙәр, стаж да бара», - ти Айгиз Садиҡ улы. Әйткәндәй, ул һуңғы ике йылда ҡышҡы ат ярыштарында ла ҡатнашты. Быйыл Мөбәрәк ҡушаматлы атты әҙерләп, “Урал” АХК-һы командаһы менән 3-сө урын алғандар. Атын һабантуйға ла әҙерләргә йыйына. Буранбай Рәшит улы иртәле-кисле һауын һыйырҙарына бесән, һалам тарата, йәй көндәре ялан һаҡлай.

- Әсәйем Зөлфиә Ҡотлоғәләм ҡыҙы ла оҙаҡ йылдар ошо фермала һауынсы булып эшләй. Атайым мәрхүм тракторҙа йөрөнө, мал да ҡарай торғайны. Үҙем бәләкәй саҡтан атай-әсәйгә эйәреп, уларға ярҙамлашып үҫтем. Эшкә үҙ теләгем менән килдем, - ти Буранбай.

Дөйөм алғанда, ферма коллективында һәр береһе тырыш, үҙ эшенә яуаплы ҡарай. Ундайҙар менән ҡышлатыуҙы юғалтыуһыҙ һәм һәйбәт күрһәткестәр менән сығыуға, киләсәктә алмашҡа килгән йәштәр көсө менән ауыл хужалығы тармағы күтәрелеренә ышаныс бар.



Д. БАЙНАЗАРОВ.
Читайте нас: