Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
9 Февраль 2018, 16:16

Мал ҡышлатыу -яуаплы осор

Ҡыш бауыры оҙон, тиһәләр ҙә, Салауат исемендәге хужалыҡҡа оҙон ҡыш та, сатлама һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел.

Ҡыш бауыры оҙон, тиһәләр ҙә, Салауат исемендәге хужалыҡҡа оҙон ҡыш та, сатлама һыуыҡтар ҙа ҡурҡыныс түгел. Хужалыҡ эшсәндәре етәрлек кимәлдә мал аҙығы запасы булдырған, ферма ҡураларын төҙөкләндереп, йылытҡан. Шулай ҙа малсылар өсөн һәр ваҡыт ҡыш миҙгеле – бик ҙур хеҙмәт талап иткән яуаплы осор булып ҡала килә.

Фермала бөгөнгө көндә 156 баш һыйыр малы, 45 баш йылҡы малы иҫәпләнә. Уларҙы тәжрибәле малсы Фәнил Хәйбуллин ҡарай. 22 баш һауын һыйырҙы Илдар Мостафин һауа. 23 баш быҙауҙарҙы Әхмәр Хөснөтдинов тәрбиәләй. Ферма мөдире Рим Айғашкин әйтеүенсә, малсыларҙың эше план буйынса бара. Көндәлек тырыш хеҙмәттәре менән улар юғары һауым һәм яҡшы артым алыуға ынтыла. Былтыр хужалыҡта нәҫеллекте яҡшыртыу маҡсатында, лимузин тоҡомло үгеҙ һатып алынған. Ҡышҡы осорҙа юғары продуктлылыҡ алыу өсөн малдарҙы яҡшы ҡарау, дөрөҫ тотоу һәм ваҡытында ашатыу төп маҡсат.

-Һәр баш малға көндәлек рацион иҫәпләнгән. Быҙауҙарға тәүҙә һөт, һуңғараҡ яһалма һөт эсерелә, ҡатнаш аҙыҡтан бутҡа бешереп ашатыла. Мал төрөнә ҡарап рацион да төрлөсә, мәҫәлән, һыйырҙарға көнөнә кило ярымдан фураж бирелә, 15-әр кг бесән, 20 кг силос һалына. Көндәлек һауым 180 литр тәшкил итә. Һауылған һөттө 1 тонна һыйҙырышлы һыуытҡыста һаҡлайбыҙ, литрын 17 һум 50 тин менән Мәләүез һөт комбинатына тапшырабыҙ. Һөттөң йыйылыуына ҡарап, 3-4 көнгә бер тапҡыр Мораҡтан молоковоз килеп ала, - ти ферма мөдире Рим Айғашкин.

2017 йылда хужалыҡ бөтәһе 751 ц һөт (тулайым һауым 839 ц), тереләй ауырлыҡта 17 ц йылҡы, 168 ц һыйыр ите тапшырған. Ағымдағы йылдың ғинуар айына 10 баш ҡолон, 3 баш һыйыр һатылған.

- Хужалыҡта эшсе ҡулдар етмәй китә, – ти АХК етәксеһе Ильяс Хөснөтдинов. - Ләкин беҙ һөҙөмтәле эшләргә тырышабыҙ. Мәҫәлән, ҡышын фермала мал ҡараған Әхмәр Хөснөтдинов, ҡаҙанлыҡта ут яғыусы Камил Нәҙершиндар сәсеп-урыу мәле етһә, баҫыуҙан, ялан-ҡырҙарҙан ҡайтып инмәй. Шуға күрә улар кәрәк саҡта малсы ла, тракторист та, водитель дә булып, ҡушылған бер эштән дә баш тартмай һәм һынатмай эшләйҙәр, - ти.

Ғөмүмән, үткән йылды яҡшы күрһәткестәр менән тамамалаған Салауат АХК-һы бөгөн тотороҡло эшләүсе хужалыҡтар рәтендә булыуы менән иғтибарға лайыҡ. Быйылғы йылға ла коллективтың өмөттәре ҙур, ышаныстары яҡты.

А.АҠЫЕВА.

Читайте нас: