Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
4 Октябрь 2017, 13:29

Хеҙмәтенә күрә хөрмәте

Зөлфәр Мөхәмәтйәнов “Урал” АХК-һының тәжрибәле тракторист-механизаторҙарының береһе. Мәктәпте тамамлау менән тыуған хужалығына тракторист булып эшкә инә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тимер атын йүгәнләп тыуған колхозы баҫыуҙарын иңләй, хужалыҡ эшендә бешегә. Уйлай китһәң, ошо ваҡыт эсендә күпме саҡрым юл үтелгән дә, ниндәй генә йөк ташылмаған… 40 йылға яҡын ғүмерен хужалыҡ эшенә бағышлаған Зөлфәр .... улы бөгөн дә алыштырғыһыҙ намыҫлы эшселәрҙең береһе. Уның тураһында хужалыҡ етәксеһе Р. Дауытов - “Ауыл хужалығы өлкәһендә белмәгәне юҡ, күп мәсьәләләрҙе бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Күпте күргән, ҙур тәжрибә туплаған кеше. Ниндәй эшкә ҡушһаң да һынашмай эшләй, ғөмүмән, хужалыҡ өсөн янған эшселәрҙең береһе ул”, - ти. Техниканы сәғштәренә һәр яҡтан үрнәк булып тора.әт кеүек төҙөк тотҡан, һәр һулышынан нимәһе ҡыйралыуын һиҙеп торған, алтын ҡуллы тракторист хеҙмәттә

Зөлфәр Мөхәмәтйәнов “Урал” АХК-һының тәжрибәле тракторист-механизаторҙарының береһе. Мәктәпте тамамлау менән тыуған хужалығына тракторист булып эшкә инә. Әрме хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас, тимер атын йүгәнләп тыуған колхозы баҫыуҙарын иңләй, хужалыҡ эшендә бешегә. Уйлай китһәң, ошо ваҡыт эсендә күпме саҡрым юл үтелгән дә, ниндәй генә йөк ташылмаған… 40 йылға яҡын ғүмерен хужалыҡ эшенә бағышлаған Зөлфәр .... улы бөгөн дә алыштырғыһыҙ намыҫлы эшселәрҙең береһе. Уның тураһында хужалыҡ етәксеһе Р. Дауытов - “Ауыл хужалығы өлкәһендә белмәгәне юҡ, күп мәсьәләләрҙе бергә кәңәшләшеп эшләйбеҙ. Күпте күргән, ҙур тәжрибә туплаған кеше. Ниндәй эшкә ҡушһаң да һынашмай эшләй, ғөмүмән, хужалыҡ өсөн янған эшселәрҙең береһе ул”, - ти. Техниканы сәғәт кеүек төҙөк тотҡан, һәр һулышынан нимәһе ҡыйралыуын һиҙеп торған, алтын ҡуллы тракторист хеҙмәттәштәренә һәр яҡтан үрнәк булып тора.
Читайте нас: