Бөтә яңылыҡтар
Ауыл хужалығы
22 Сентябрь 2017, 11:49

Башаҡтар туҡ, күңел көр

20 гектарлыҡ Ҡырын ер тип аталған яланда Фирғәт Хәйбуллиндыҡылар һоло уңышын ура

20 гектарлыҡ Ҡырын ер тип аталған яланда Фирғәт Хәйбуллиндыҡылар һоло уңышын ура. Ураҡҡа сығыуҙарына икенсе көн, әммә иҫке комбайндың ватылыуы арҡаһында ремонт эштәренә туҡтап, күп ырата алмағандар. Ярай әле, ярҙамға тәжрибәле комбайнсы Ансар Әмирханов килә. Бөгөн яҡшы комбайнсы алтынға бәрәбәр. Килдеғолдан килгән тәжрибәле механизатор Нәғим Мөхәмәтйәнов менән тиҙ арала “тимер ат”ты йүнәтеп тә ҡуялар. Комбайнсы ярҙамсыһы Заһир Исмаҡов менән улар үҙ эшенең рәтен белеп башҡара. Урылған уңышты ырҙын табағына трактористар Ғәзим Ҡарасурин менән Фирғәт Хәйбуллин ташый.
- Кисә ырҙын табағына ни бары 6 тонна ғына һоло алып ҡайттыҡ. Ремонт эштәре күп ваҡытты алды. Комбайн ыңғай эшләп китһә, ташып бөтә алмай ыҙаларбыҙ әле. Шөкөр, башаҡтар туҡ, уңыш яҡшы. Һолоноң гектар ҡеүәте 20-25 центнерҙан тура килә. Көнөн генә бирһен дә техника ватылып ыҙалатмаһын ине, - ти хужалыҡ етәксеһе Ф. Хәйбуллин.
Бөтә көс тир түгеп үҫтерелгән уңышты юғалтыуһыҙ һәм ваҡытында йыйып алыуға йүнәлтелгән. Шул уҡ ваҡытта ошо уҡ баҫыу-ҡырҙарҙа киләһе уңышҡа ла нигеҙ һалына. Ураҡ эштәрен тамамлауға 37 гектар майҙанды туңға һөрөүгә тотонмаҡсылар.
Арыраҡ Симун яланының 16 гектар майҙанында Фәнис Сәйәхов КФХ-һы эшсәндәре “Ватан” тигән элиталы бойҙайҙы ура. Илшат Шаһимырҙанов менән уның ярҙамсыһы Артур Шәғәлинды ҡыҙыу эш мәлендә тап иттек. Улар артынан ҡалған һаламды Самат Әминев менән Риф Шәғәлин төргәктәргә преслап йөрөй.
- Эш башлауыбыҙға икенсе генә көн. Көндәр яҡшы торһа, ошо аҙнала баҫыуҙағы эштәрҙе теүәлләргә иҫәп, - ти улар.
Эйе, баҫыу эшсәндәре аяҙ көндәрҙең һәр минутын, һәр сәғәтен мөмкин тиклем файҙаланып ҡалырға тырыша.
А. АҠЫЕВА.
Читайте нас: