

Бөрйән районы Иҫке Монасип ауылының сикһеҙ бай тарихлы ер-һыу атамалары менән таныштырыуымды дауам итәм.
Алтынай яланы тураһында ике төрлө фараз бар. Беренсеһе ошолайыраҡ яңғырай. Элек ҡаҙаҡтар һәм башҡорттар үҙ-ара һуғышып, яу сабышып йәшәгән. Бер ваҡыт, башҡорт ирҙәре һунарҙа саҡта, ҡаҙаҡтар уларҙың ҡатын-ҡыҙҙарын ҡоллоҡҡа алып китә. Алтынай исемле ҡыҙ ҡасып өлгөрә. Уның артынан ҡыуа төшәләр. Ҡыҙ ҡасып бара торғас, матур ғына бер яланға килеп сыға. Унда үҙенә йәшеренер урын таба. Шул көндән алып был ерҙе Алтынай яланы тип атай башлайҙар.
Икенсе фараз: башҡорттар элек-электән солоҡсолоҡ менән шөғөлләнгән, солоҡ ағасына һәр кем үҙенең тамғаһын ҡуйған. Ауылда бер кешенең генә ғүмере буйы үҙ солоғо булмаған. Ул бер саҡ сабынлығына барғанда солоҡ күреп ҡала. Бик көслө ҡорт күсе ҡайҙандыр осоп килеп, уның бесән эшләгән яланындағы ағаста ҡышлаған икән. Етмәһә, тамғаһыҙ урында. Быға ныҡ ҡыуана ул. Шунан инде үҙенең алтын ай формаһындағы тамғаһын солоҡ ояһына ҡуйып китә. Ошо көндән алып сабынлыҡты Алтынай яланы тип йөрөтәләр. (Башҡорт теле уҡытыусыһы Фәнүзә Фәсхетдин ҡыҙы Баймырҙинанан яҙып алынды.)
Гөлназ ИШЕМҒУЖИНА, йәш хәбәрсе.
Өфө ҡалаһы, Рәми Ғарипов исемендәге 1-се республика башҡорт интернат-гимназияһы.
“Йәншишмә”. 9 ноябрь, 2018 йыл.
(Интернеттағы асыҡ сығанаҡтан алынды).