

Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуып-үҫеп, әлеге көндә Өфө ҡалаһында йәшәгән, Башҡортостан Республикаһы Башлығы Хакимиәте хеҙмәткәре Таһир Фәттәхов (педагогтар Таңһылыу Мотаһар ҡыҙы менән Булат Мостафа улы Фәттәховтарҙың улы) Бөрйән районының 22 мәктәбенә китаптар бүләк итте.
Иҫке Собханғол, Әбделмәмбәт, Аҫҡар, Әтек, Байғаҙы, Байназар, Брәтәк, Ғәҙелгәрәй, Ғәлиәкбәр, Ырғыҙлы, Исламбай, Яңы Мөсәт, Яңы Собханғол, Мораҙым, Нәби, Килдеғол, Ҡолғана, Яуымбай, Яңы Усман, Иҫке Монасип, Тимер мәктәптәренә “Башҡорт энциклопедияһы” (7 томда), “Башҡортса-урыҫса һәм урыҫса-башҡортса кеҫә һүҙлеге”, “Этикет буйынса ҡыҫҡаса урыҫса-башҡортса һүҙлек”, “Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре өсөн урыҫса-башҡортса, башҡортса-урыҫса һүҙлек”, “Беҙ дуҫлыҡ менән көслө” йырҙар йыйынтығы, йәмғеһе 220 дана китап тапшырылды.
Бынан тыш, “Башҡорт халҡының тарихы” (7 томда), “Башҡорт ырыуҙары тарихы” (36 томда) (Йәнәй, Гәрә, Балыҡсы, Унлар, Ҡаңлы, Танып, Уран, Ҡобау, Елән, Ҡырғыҙ, Ғәйнә, Ирәксе, Йәлдәк, Ташлы, Тамъян, Дыуан, Ҡаратаулы, Ҡатай, Табын, Теләү, Юрматы, Бөрйән, Тамъян, Ҡыпсаҡ, Үҫәргән һ.б. башҡорт ырыуҙары тураһында мәғлүмәт) баҫмаларының электрон версиялары тапшырылды.
Таһир Фәттәхов “Атайсал” проекты сиктәрендә 2021 йылдан алып китапханалар, мәктәптәр һәм район гәзиттәре редакциялары өсөн ун ике “Китаптар бүләккә” акцияһы үткәргән. Әбйәлил районының 33 мәктәбе, Баймаҡ районының 35 мәктәбе, Бөрйән районының 22 мәктәбе, Учалы районының 28 мәктәбе, Ишембай районының Маҡар ауылы мәктәбе китаптар алған. Һөҙөмтәлә 119 мәктәпкә 1700-ҙән ашыу китап тапшырылған.
Акцияны уҙғарыуҙа Өфө сауҙа-иҡтисад колледжы директоры Сабитов Ришат Хажғәли улы, Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының Башҡорт энциклопедияһы институты директоры урынбаҫары Хәсәнова Рания Хәкимйән ҡыҙы, Башҡортостан Республикаһы Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының гуманитар һәм ҡотҡарыу операциялары бүлеге начальнигы Арыҫланов Фәрғәт Ишмөхәмәт улы ҙур ярҙам күрһәткән.