Бөтә яңылыҡтар
10
Атайсал
6 Февраль , 10:10

Мораҙымда – ат ярыштары (12+)

Хөрмәтле атһөйәрҙәр! 16 февраль көнө 11.00 сәғәттә Мораҙым ауылының Ташморон туғайында БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы, Почет Билдәһе ордены кавалеры Әлибаков Таштимер Ишмөхәмәт улы иҫтәлегенә "Аратау бәйгеһе - 2025" тип исемләнгән асыҡ район ҡышҡы традицион ат ярыштары үткәрелә. Ярыштар бер нисә этапта үтә:

Мораҙымда – ат ярыштары (12+)
Мораҙымда – ат ярыштары (12+)

Хөрмәтле атһөйәрҙәр!
16 февраль көнө 11.00 сәғәттә Мораҙым ауылының Ташморон туғайында БАССР-ҙың атҡаҙанған зоотехнигы, Почет Билдәһе ордены кавалеры Әлибаков Таштимер Ишмөхәмәт улы иҫтәлегенә "Аратау бәйгеһе - 2025" тип исемләнгән асыҡ район ҡышҡы традицион ат ярыштары үткәрелә.
Ярыштар бер нисә этапта үтә:

1-се төр (2400 м, 2 әйләнеш) – бөтә төр тоҡомло аттарҙа һыбай асыҡ ярыш (3 йәшкә тиклемге тай-тулаҡтар);
2-се төр (3600 м, 3 әйләнеш) - эшсе аттарҙа һыбай асыҡ ярыш (3 йәштән өлкән аттар);
3-се төр (4800 м, 4 әйләнеш) - бөтә төр тоҡомло саналы аттарҙа ярыш;
4-се төр - "Йылҡысылар" бәйгеһе (атты тиҙ арала санаға егеп, сабышыу);
5-се төр (2400 м, 2 әйләнеш) - ҡатын-ҡыҙҙар өсөн бөтә төр тоҡомло саналы аттарҙа асыҡ ярыш;
6-сы төр - "Ауҙарыш” (ат өҫтөндә көрәш).
Ике ауырлыҡ категорияһында:
- 45 кг-ға тиклемге (11-13 йәшлектәр);
- 55 кг-ға тиклемге (14-17 йәшлек) үҫмерҙәр араһында уҙғарыла.
Ҡатнашыуға ғаризалар 15 февралгә тиклем 89279335219 номерына (ватсап)  ҡабул ителә.
Белешмәләр өсөн телефон: 89279335219 (Илнар Салауатов).

Мораҙымда – ат ярыштары (12+)
Мораҙымда – ат ярыштары (12+)
Мораҙымда – ат ярыштары (12+)
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: