Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
22 Август , 09:30

Тәкәнең яҙмышы нисек хәл ителде? йәки Тормош күренештәре

...Минең, көтөү ҡайтып, тәкә күренһә, тере енем ҡуба. Таяҡ тотмайынса бармайым янына. Уҡытты бит инде бер тапҡыр. Ә ул минең ҡурҡҡанды белеп, ауыҙ ситен бәлшәйтеп, мыҫҡыл итеп үтеп барған кеүек. Уйлап таптым шунан... Короче, тәкәгә һәм уның ғаиләһенә конкретно теш ҡайрай башланым.

Тәкәнең яҙмышы нисек хәл ителде? йәки Тормош күренештәре
Тәкәнең яҙмышы нисек хәл ителде? йәки Тормош күренештәре

Теге мине йәй көнө туңҡайта һөҙгән тәкәне һорашып яҙған бер дуҫым: "Рәмис ҡайтҡас, шул тәкәне һуйҙымы, нимә эшләтте?"- тип.
Яраһы оҙаҡ төҙәлде баяғы һөҙгән урындың, шунан хәҙерҙә шул ерҙә һөйәге һыҙлап китә. Рәмис ҡайтҡайны ауыҙым күпереп ултырып ошаҡланым бит инде. Шунан, мәйтәм, шул тәкәне юҡ ит. Был аптырай ҡайҙа итәйем икән мин уны, ти. Һуйһаң, тей, тәкә еҫе сыға, ите тәмһеҙ була, ашарлыҡ та булмай ул тей. Мин, көтөү ҡайтып, тәкә күренһә, тере енем ҡуба. Таяҡ тотмайынса бармайым янына. Уҡытты бит инде бер тапҡыр. Ә ул минең ҡурҡҡанды белеп, ауыҙ ситен бәлшәйтеп, мыҫҡыл итеп үтеп барған кеүек.
Уйлап таптым шунан. Мәйтәм, Рәмис, әйҙә һарыҡтарҙы һатайыҡ. Нишләп, ти был. Уның итен өйҙә бер кем дә ашамай, йә һатмайбыҙ, йә бер килем килтереп торған нәмә түгел, б@ғыма кәрәкме, тип ебәргән булдым. Короче, тәкәгә һәм уның ғаиләһенә конкретно теш ҡайрай башланым. Ярай, тип күнде минең йән киҫәк. Шул һүҙҙе генә көтөп ултырҙым да, ырғып төшөп интернетҡа белдереү һелтәнем. Һатып алыусыһы шул мәлдә үк табылды. Эй, ҡыуандым. Дыһырлатып тейәп, аҡ ҡулъяулығымды болғап торҙом да ҡалдым. Һыпырып тейәнем, тип әйтер инем, бер бәрән ҡасып сығып китеп, иртәгеһенә ҡайтып инде. Бер һарай булып шул ғына тора.
Хәҙер, бынау тынмай яуған ямғырға ҡарап, ылайҙа ғына һатып ебәргәнмен, бөтә донъя батҡаҡҡа батты, ҡайҙа ғына мин уларҙы ҡуйыр инем, нисек кенә йөнөн ҡырҡыр инем, тип ҡыуанам. Алған кешеһе лә һарыҡтарымды маҡтап бөтә алмай. Кисә шылтыратып, тағы алтмышлап һарыҡ һорап тора. Кем һатырға теләй номерын бирәм.
Шулай итеп, тәкә хәҙер татарса баҡырып тора ти.

Зөлфирә Таһирова, Йылайыр районы.

Автор:
Читайте нас: