Ауылдаштары һәр саҡтағыса ҡәҙерле ҡунағын йырлап-бейеп ҡаршы алды.
Әминә Ивний ҡыҙы ”Атайсал” проектында йыл да әүҙем ҡатнаша. Изге эштең яҡташтарына ысынлап та бик кәрәк булғанлығын аңлаған яҡташыбыҙ был юлы ла ауылдаштарын ҡыуандырҙы - ауыл мәҙәниәт йортона ике “Тульский” гармуны, мәктәпкә спорт инвентарҙары, хәрби патриотик сараларҙы үткәреү өсөн кейемдәр комплекты бүләк итте, мәсеткә аҡсалата ярҙам тапшырҙы, шулай уҡ мәҙәниәт йортондағы түңәрәктәрҙә шөғөлләнгән һәр балаға бүләктәр таратты. Районыбыҙҙың билдәле гармунсыһы Мөхәррәм Ҡасҡынбаев уйнаған көйгә йырлап та һөйөндөрҙө ул ауылдаштарын.
-Тыуған ауылымда мәҙәниәтте үҫтерергә ярҙам итеп, ҡасандыр ауыл сәхнәһендә йырларға йөрьәт иткән бәләкәй Әминәгә лә ярҙам итәм төҫлө. “Атайсал” проекты кешеләргә кесе Ватаныбыҙҙың үҫешенә нисек өлөш индерергә мөмкин булыуы тураһында уйланырға сәбәп бирә. Проектҡа тағы ла күберәк кеше ҡушыла һәм, һис шикһеҙ, бынан республикабыҙ матурая ғына бара. Үҫеп килгән быуын өлкәндәрҙең үҙ еренә битараф булмауҙарын күрә. Улар үҫеп еткәс, “Атайсал” проектын дауам итер, был йәһәттән уның киләсәге ҙур булыр, тип ышанам”, - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Әминә Шафиҡова.
Тыуған яҡтарынан рухи көс, эшкә илһам, дәрт алып ҡайтҡандыр был юлы ла Ырғыҙлы ҡыҙы!
-Бер-береңде күтәрмәләшеп йәшәүгә бер ни етмәй. Мәҙәниәтте, мәғарифты үҫтереүҙә шундай матур, күңелде үҫтерерҙәй ярҙамдар булыуы бик ҡыуаныслы. Беҙ тағы ла дәртләнеп китәбеҙ, эшләүе лә, ижад итеүе лә күңелле. Әлбиттә, балалар ижадына, сәнғәткә ҙур һөйөү менән ҡараған Әминә Ивний ҡыҙына ҙур рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ. Тыуған ере өсөн башҡарған изге эштәре дауамлы булһын, уға ҡарап башҡа райондаштар ҙа өлгө алыр әле, - тине район мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Клара Ямғурсина.
Билдәләп үтергә кәрәк, 2021 йылда Республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбировтың башланғысы менән старт алған “Атайсал” проекты уңышлы эшләп килә. Ул һәр кемгә үҙ ауылы, районы өсөн файҙалы һәм кәрәкле эштәр башҡарыуға яҡшы мөмкинлектәр аса.
Проектта ҡатнашырға теләүселәр ataisal.ru сайтында үҙенең тәҡдимен индерергә йәки теләгән проектҡа ҡушыла ала.