Осрашыуға Рәсәйҙең, Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә йәшәгән ҡыҙҙар хәсрәтһеҙ бала сағына бер көнгә генә булһа ла ҡайтты. Гөрләп үткән бала саҡ эҙҙәрен, ялан аяҡ йүгергән урамдарыбыҙҙы, таҙа һыулы шишмәләребеҙҙе, текә ҡаяларыбыҙҙы, бергә уйнап үҫкән дуҫтарыбыҙҙы һағынып осраштыҡ. Ысынмы был, төшмө, тип, ашҡынып, талпынып ҡайтҡан ҡыҙҙарҙың күҙҙәренә шатлыҡ йәштәре тулды.
Күптәре бит ауылдан сит яҡтарға күсеп киткәндә мәктәп йәшенә лә етмәгән, йә башланғыс класс уҡыусыһы ғына булған. Күрешеүҙәр, ҡосаҡлашыуҙар...
Күҙ йәштәрен тыйып буламы һуң ошондай тулҡынландырғыс минуттарҙа?! Был гүзәл заттар ҡасандыр ошо ауылда дуҫтары менән "Йәшенмәк", "Гөргөлдәк", "Үгеҙ йөҙөк", "Һаңғырау телефон" һәм башҡа уйындар уйнаған... Ҡыш көндәре бәйәләй, ыштандары боҙ булып шаҡылдап туңғансы тауҙан шыуған...
Тәүге мөхәббәт хистәрен кисергән...
Юлдан килгән ҡыҙҙар мәктәп ашханаһында тәмлекәстәр менән сәй эсеп алғас, сараның төп ойоштороусыһы Сәриә Мөхәмәдйән ҡыҙы сайырсылар музейына экскурсияға саҡырҙы. Музейҙы булдырыуға күп көс һалған ауылдың депутаты Ҡаһарманов Фәрзәт ауыл тарихы, сайырсыларҙың хеҙмәте тураһында мауыҡтырғыс итеп һөйләне. Китаптар ҙа баҫтырғандар, видео ла ҡарарға мөмкинлек булдырғандар. Музейҙа тупланған экспонаттар күптәргә яҡшы таныш, сөнки атайҙар сайыр һыҙһа, беҙ - ҡыҙҙар, сайыр йыйыуҙан ҡалмай инек.Юлдашева Сәриә апайҙың делянканы яңғыратып йырлап сайыр йыйыуы һаман ҡолаҡта сыңлап торғандай...
Ауыл халҡы көсө менән төҙөлгән спортзалда (клуб ролен дә үтәй) дауам итте байрам. Уҡыусылар тарафынан әҙерләнгән концерт номерҙары бар ҡунаҡтарға ла оҡшаны, йәш әртистәрҙе көслө алҡыштарға күмде. Үҙҙәренең дә ошолай концерт ҡуйып йөрөүҙәрен иҫкә төшөрөп күңелдәре йомшарҙы. Концертты Әбделмәмбәт ауылында йәшәүсе, оҙаҡ йылдар "Үҙән"фольклор ансамбле ағзалары булған Фәүриә Үтәбаева һәм Зифа Вәлиевалар дәртле таҡмаҡтары менән дауам итте. Зифа милли кейем тегеү, ә Фәүриә апай ҡул эштәре буйынса танылыу яулағандар. Күргәҙмәлә уларҙың эштәре барыһының да иғтибарын йәлеп итте. Әхмәтова Гөлшаттың бәйләгән йыуғыстары, тапочкалары, Сәриә Ҡаһарманованың кейеҙҙән баҫылған тапочкалары күргәҙмәгә йәм өҫтәне. Ырғаҡ менән бәйләнгән ултырғыс япмаларының ниндәйе генә юҡ ине! Оҫтабикәләрҙең күҙ нурҙарын түгеп эшләгән ҡул эштәренә һоҡланмаған кеше ҡалманы! Сағыу ҡашмау, түшелдерәктәрҙән күҙҙәр ҡамашты!
Концерттан һуң һүҙ ҡунаҡтарға бирелде. Сәхнәгә сыҡҡан һәр кем хәтирәләр йомғағын систе, бала саҡтағы ҡыҙыҡлы мәлдәрҙе иҫкә төшөрҙө, бер аҙға баласаҡ донъяһына сумды. Ҡырсында һыу инеүҙәр, батмаҫ өсөн тере сылтый балыҡтарын йотоуҙар, күмәкләшеп көртмәлегә, еләккә йөрөүҙәр, сайыр йыйыу, бесән эшләүҙәр, күрше "Урал"колхозына кесерткән, миндек әҙерләшеүҙәр, һ. б.
Ҡунаҡтар бүләккә спортзалға боксёр грушаһы һәм бирсәткәләр, мәктәпкә принтер тапшырҙы.
Бөгөнгө көндә ауылда "Иң оло ҡатын-ҡыҙ" номинацияһында Йәмилә апай һәм "Иң кескәй ҡыҙ бала"номинацияһында Зилиә билдәләнде, бүләктәр тапшырылды.
Элек гармунсылары менән дан алған ауылдаштар араһында ислам динен ҡабул иткәндәрҙең күп булыуы ҡыуаныслы. Шуныһы һөйөнөслө: сара үтәһе аҙна башында Кордон ҡыҙҙары һәм килендәре телеграмм канал асып, ғәрәп телендә Ҡөрьән уҡыу дәрестәре ойошторҙолар. (Сара үтһә лә, был дәрестәр дауам итәсәк, Ин шәә Аллаһ. )
Ҡунаҡ табыны ла хәләл - ҡорбан ашы булды. Беҙ бала саҡта ауылды гөрләтеп йәшәгән әсәйҙәр, доға өмөт итеүсе ҡыҙ туғандар рухына арнап аяттар уҡылды. Уҡытыусыбыҙ Фәүриә апайға, ауылдашыбыҙ Миңнурға ҡорбан салып, ҡорбан ите ашатҡандары, һалма ҡырҡып әҙерләгән Миңзәлә Батыроваға, тәмле бишбармағы һәм былауы өсөн ашнаҡсы Резедаға сикһеҙ рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ!
Бергәләшеп ауыл урамынан үтеү, Алашаның Үҙәнгә ҡойған ҡултығында булыу, элекке пекарня тауындағы ҡотоҡҡа барыу, теште ҡамаштырырлыҡ тәмле һыуын эсеп һыуһындарын ҡандырыуҙар иҫтә оҙаҡ һаҡланыр. Милли кейем кейеп, көйәнтәһенә биҙрәләрен элгән, ауылыбыҙ килене Фирүзә еңгәй сараның сағыу биҙәге булды.
Артабан сара былау, борҡоп торған самауыр сәйе, йырҙар, ихлас һөйләшеүҙәр менән үрелеп дауам итте. Тәбиғәт ҡосағында, ғорур ҡарағайҙар араһында ҡоролған табын телде йоторлоҡ ризыҡтар менән тулы ине. Әбйәлилдең буҙаһы, ҡаҡланған ҡорото, талҡаны, Шишмәнең торты, Бөрйәндең сәк - сәге, төрлө - төрлө бәлеш, бөйөрөктәр, ҡоймаҡ, емеш-еләк...
Кемдәрҙер бейек ҡаяға үрмәләп, ауыл күренештәрен фотоға төшөрҙө.
Был көн сал сәсле оло апайҙар ҙа, урта йәштәгеләр ҙә, йәш ҡыҙҙар ҙа йөрәктәренә, күңелдәренә рухи ял алдылар.
Тыуған ауылыбыҙҙың ҡотон, йәмен һаҡлап донъя көткән ауылдаштарыбыҙ менән сикһеҙ ғорурланабыҙ. Заманында "перспективаһыҙ"ауылдар исемлегендә булһа ла, ауыл йәшәй, йәмләнә, йәшәрә, матур-матур яңы йорттар һалына.
Олоғайған һайын тыуған яҡ, тыуған ауыл тураһындағы хис-тойғолар һүрелмәй, киреһенсә, көсәйә, тәрәнәйә генә. Бар ҡунаҡтар ҙа, хужабикәләр ҙә, саранан бик ҡәнәғәт булып, тағы ла осрашырға насип булһын, ил-йортобоҙ тыныс булһын, һуғыш туҡтаһын, ир-егеттәребеҙ имен- аман ғаиләләренә әйләнеп ҡайтһындар, тигән теләктәрҙә таралыштылар.
Бер күрешер өсөн йән атып,
Кендек ҡаны тамған ер тартып,
Ҡунаҡ ҡына булыр бер көнгә
Кордон ҡыҙҙары ҡайтты тыуған ауылға...
Рәйлә Кадырова (Батырова), Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Әбйәлил районы, Амангилде ауылы.