Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
26 Июнь , 11:10

Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған

 Көслө ямғырҙан һуң йылға йырҙаһын, яр буйҙарында йыйылған сүп-сарҙы, ҡыйҙарҙы таҙартып сығыу һәм балалар баҡсаһының тирә-яғын кәртәләү өсөн Яуымбай ауылы халҡы үткән ял көнө ҙур өмә үткәргән.

Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған
Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған

- Изге эшкә бик күп ауылдаштар ҙур теләк менән сыҡты. Кемдәрҙер йылға буйҙарын таҙартһа, икенселәр балалар баҡсаһының тирә-яғын кәртәләү менән булышты. Кәртәләү өсөн кәрәк-яраҡ материалдар һәм техникалары менән ярҙам итеүсе ауылыбыҙ эшҡыуарҙары Хәйбуллин Фәһим, Ҡарасурин Рәмил, Латыпов Артур, Әлмөхәмәтов Фәнүр, Латыпов Рәмил ярҙам итте.
Өмәлә ҡатнашҡан барлыҡ ауылдаштарға ҡатын-ҡыҙҙарға һәм ир-егеттәргә ҙур рәхмәт! Күмәк көс менән тағын бер ҙур эш башҡарылды. Ауылым тип янып , ошо эштәрҙе ойоштороп йөрөүсе , һәр яҡлапта ярҙам ҡулы һуҙыусы ауылыбыҙ старостаһы Хәйбуллин Фирғәт Мөхәмәт улына афарин! Барыбыҙҙа имен-һау булайыҡ, эштәребеҙ уң, донъяларбыҙ имен булһын! – тип хәбәр итәләр СДК Яумбаево  төркөмөндә. (Фотолар ҙа шул төркөмдән алынды).

Афарин, яуымбайҙар!

Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған
Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған
Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған
Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған
Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған
Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған
Яуымбайҙар ҙур өмә ойошторған
Автор:
Читайте нас: