Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Июнь , 09:10

Ватанға һөйөү шулай башлана

Әбделмәмбәт мәктәбендә “Тыуған яҡтың мираҫы” фәнни-ғәмәли эҙләнеүҙәр эшенә йомғаҡ яһалған. Ауылдың тарихын, ер-һыу атамаларын, шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә йүнәлтелгән конкурс Президент Грантына тормошҡа ашырылған "Мәктәп музейы. Перезагрузка" проектының йомғаҡлау өлөшө булған.

Ватанға һөйөү шулай башлана
Ватанға һөйөү шулай башлана

-Был эштә әүҙем ҡатнашҡан уҡытыусыларҙы, уҡыусы-волонтерҙарҙы район мәғариф бүлеге башлығы Илшат Ғаяз улы һәм мәктәп директоры Инсур Рәмил улы тәбрикләп киттеләр.
Конференция еңеүселәре текә бүләктәр хужалары булдылар: смарт-сәғәттәр, наушниктар, портатив зарядниктар.

Тыуған ергә һөйөү – патриотизм ошо мәктәптән, ауылдан башлана. Алдағы көндәрҙә һәм йылдарҙа беҙҙең мәктәп музейы  - фәнни-эҙләнеү эше үҙәгенә әйләнер, тигән ышаныста ҡалабыҙ, - тип хәбәр итәләо Әбделмәмбәт мәктәбенең социаль селтәрҙәге  төркөмөндә.

Сығанаҡ: Әбделмәмбәт мәктәбе(Ҡыпсаҡ)

Ватанға һөйөү шулай башлана
Ватанға һөйөү шулай башлана
Ватанға һөйөү шулай башлана
Ватанға һөйөү шулай башлана
Ватанға һөйөү шулай башлана
Ватанға һөйөү шулай башлана
Ватанға һөйөү шулай башлана
Ватанға һөйөү шулай башлана
Автор:
Читайте нас: