Байназар ауылы ҡаршыһындағы был тау башында элемтә вышкаһы урынлашҡан, битләүендә Ғәтифә паркы тип исемләнгән ағаслыҡ үҫеп килә. Ә аҫтараҡ халыҡ яңы өйҙәр төҙөгән. Ҡурыуҙы тауының итәгендә ауылға терәлеп тигәндәй зыярат, Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәренә бағышланған обелиск урынлашҡан.
Ҡурыуҙы тауының көньяҡ-көнсығыш битләуе Байназар ауылына ҡарай. Тауҙы көнсығыш яҡлап Тәрәнуя, көнбайыштан Келәтбар уяһы сикләп тора. Ҡурыуҙы тауы төньяҡтан Арҡа яланына барып тоташа.
Ҡурыуҙы тауының атамаһы Бөрйән районы ерлегендә яҙып алынған Бабсаҡ бей һәм Күҫәк бей эпосынан алынған. Борон замандарҙа Бөрйән һәм Ҡыпсаҡ ырыуҙары араһында низағ килеп сыҡҡан. Бөрйән батыры Ҡарағөләмбәт Бабсаҡ бейҙе үлтерә. Бабсаҡ бейҙең улы Күҫәк бей атаһының ҡонон ҡайтарып, Ҡарағөләмбәтте Байназарға алып килеп, ауыл ҡаршыһындағы тауҙа ҡаҙанға һалып ҡура. Шунан бирле был тауҙың исеме Ҡурыуҙы булып ҡалған.
Ҡыҙыҡлы топонимика төркөмөнән алынды.
Фото - Башҡорт Википедияһынан.