Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
24 Май , 12:20

Ташөй мәмерйәһе

Районыбыҙҙағы тәбиғәт ҡомартҡылары менән таныштырыуҙы дауам итәбеҙ. Ташөй мәмерйәһе Яуымбай ауылынан Ҡайнөй йылғаһы буйлап түбәнгә ҡарай ике-өс саҡырым алыҫлыҡта урынлашһа, Сыңғырауыҡ Олотау буйынан алты-ете саҡырым алыҫлыҡта ята.  Ололарҙың һөйләүе буйынса, Ташөй менән Сыңғырауыҡ ер аҫты юлдарынан тоташ булырға тейешле. Элегерәк Сыңғырауыҡ соҡорона ике эт төшөрөп ебәргәндәр.

Ташөй мәмерйәһе
Ташөй мәмерйәһе

Бер аҙна тигәндә генә, икеһе лә хәле бөтөп Ташөй мәмерйәһе ауыҙынан килеп сығалар, әммә шунда уҡ һуҡыраялар имеш. Элегерәк Сыңғырауыҡ соҡорона таш ырғытһаң сыңғырлатып, оҙаҡ тауыш сығарып төшөп китер булған, шунлыҡтан был урынды Сыңғырауыҡ соҡоро тип йөрөтәләр. Ташөй мәмерйәһе инде Яуымбай һәм башҡа ауыл халҡын үҙенең матурлығы менән арбап, үҙенә саҡырып торһа ла, бөгөнгө көдә лә асылмаҫ сер булып һаҡлана.

*

Арслан Кинйәбулатов:

-Ташөй мәмерйәһе, Шүлгәнташ мәмерйәһенән ҡала, үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булып тора. Яуымбай ауылын сығып, бер аҙ барғас, ташлы-ҡаялы урында урынлашҡан. Был тирәнең тәбиғәте бик матур. Бер яҡтан таш-ҡаялар урынлашһа, ҡаршы яғынан ҡайын ағас-тары үҫкән тигеҙ яландар китә. Эргәлә генә Ҡайнөй йылғаһы аға. Мәмерйә ауыҙы ҙур ғына. Ингәс тә тура һәм һул яҡҡа киткән юл бар. Һул яҡҡа оҙаҡ барып булмай, ә тура юл оҙон ғына. Бара торғас, юл тарая, шыуышып ҡына үтерлек була. Бер ни тиклем ара үткәс, ул ҡабаттан киңәйә. Төптәрәк йылғаһы ла бар. Ташөй мәмерйәһе унан 3 километр алыҫлыҡта урынлашҡан Сыңғырауыҡ соҡоро менән тоташҡан, тиҙәр. Ололар һөйләүе буйынса, элек Сыңғырауыҡ соҡорона бер көсөктө төшөрөп ебәргәндәр. Өс көн үткәс, теге көсөк Ташөй мәмер-йәһенән килеп сыға. Оҙаҡ ҡараңғылыҡта булғанлыҡтан, уның ике күҙе атылып сыға, үҙе лә шунда йән бирә.

Был үҙенсәлекле тәбиғәт ҡомартҡыһы булып торған урынды ситтән килгән кешеләр иҫтәре китеп ҡарайҙар. Ысынлап та мөғжизәле тәбиғәт мөйөшө бит был урын. Башҡорт дәүләт ҡурсаулығы үҙҙәренә килгән ҡунаҡтарға был урынды ла күрһәтмәй ҡалмай. Ауылыбыҙҙың йәме, ҡото ул Ташөй мәмерйәһе!

Киләсәктә туризмды үҫтереү мәсьәләһе торғанда, ошо урынды ла күҙ уңынан ысҡындырмай, бынамын тигән ял итеү урыны ойошторор


Мин тыуған яғым менән хаҡлы рәүештә ғорурланам. Ауылымдың тәбиғәт ҡомартҡылары, һис шикһеҙ, ҙур иғтибарға лайыҡ. Бындай гүзәл урындар тәбиғәттә күп түгел. Киләсәктә тәбиғәтебеҙгә иғтибарҙы тағы ла нығыраҡ арттырайыҡ. Мәҫәлән, Ташөй мәмерйәһенең эргә-тирәһен кәртәләп, исемен яҙып ҡуйыу, эргәһендә матур ял итеү урынын булдырыу кеүек изге бурыстар ҙа алдыбыҙҙа тора. Гүзәл тәбиғәт ҡомартҡыларын бергәләп ҡәҙерләйек, дуҫтар!

Ташөй мәмерйәһе
Ташөй мәмерйәһе
Ташөй мәмерйәһе
Автор:
Читайте нас: