Апрель аҙағынан алып, ҡар иреп бөтөп, тупраҡ кибеү менән, «Шүлгән-Таш” ҡурсаулығы хеҙмәткәрҙәрен офис биналарында тап итеү ҡыйын. Ауылдарҙа, зыяраттарҙа, яр буйҙарында өмәләр үткәрелә. Януарҙар өсөн баҫыуҙар сәселә, ҡоймалар ремонтлана.
“Шүлгән-Таш”ҡурсаулығы йәйге туристик миҙгелгә бик ихлас әҙерләнә: музей-экскурсия комплексы биләмәһе ҡолаған, кешегә хәүеф менән янаған ағастарҙан таҙартыла, инфраструктура объекттары әҙерләнә. Яңылары төҙөлә, иҫкеләре ремонтлана.
Ҡурсаулыҡ директорының биләмәне һаҡлау буйынса урынбаҫары пландары менән бүлешә: “Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре ике көндө туристар өсөн туҡталҡаларға, мунсаларға утын әҙерләүгә бағышланы, һуҡмаҡтарҙы таҙартты. Беҙҙең алда дөйөм оҙонлоғо 120 саҡрым булған янғына ҡаршы тәғәйенләнештәге урман юлдарын таҙартыу бурысы тора.
Урман янғындары ихтималлығына улар техниканың ҡаршылыҡтарһыҙ үтеүе өсөн һәр ваҡыт әҙер булырға тейештәр. Үҙебеҙгә беркетелгән 10 саҡрым урында дөйөм ҡулланылыштағы юлдарҙың ситтәрен ваҡыты-ваҡыты менән сүп-сарҙан таҙартып торорға тейешбеҙ. Туристар Бөрйән районы халҡының хеҙмәтенә ихтирам менән ҡараһын һәм сүп-сар ташламаһын ине, тип теләйбеҙ. Сөнки ҡыйланмаған урын ғына таҙа була”.