Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
13 Май , 10:55

Аҡбейек тауының атамаһы нисек килеп сыҡҡан?

Аҡбейек тауы Бөрйән районында Яуымбай -Әбделмәмбәт юлынан төньяҡта урынлашҡан. Был тау исеменең килеп сығышы ике төрлө.

Аҡбейек тауының атамаһы нисек килеп сыҡҡан?
Аҡбейек тауының атамаһы нисек килеп сыҡҡан?

Берәүҙәр әйтеүенсә, ул тау алыҫтан бик бейек булып ағарып күренеп торғас, уны “Аҡбейек” тип исемләгәндәр.
Икенселәр әйтеүенсә, бер ҡарт ике улын алып урманға сығып киткән. Алдарында ҙур тау торған. Был тауға улдары йүгереп кенә менеп киткәндәр. Ҡарт менә торғас, артта тороп ҡалған. Ул бик арыған һәм кәпәсен сисеп, бер ташҡа ултырған да: «Ах, бейек», тип әйткән, имеш. Шунан был тауҙы "Аҡбейек" тип атағандар.

Ҡыҙыҡлы топонимика

Төркөмөнән.

Аҡбейек тауының атамаһы нисек килеп сыҡҡан?
Аҡбейек тауының атамаһы нисек килеп сыҡҡан?
Аҡбейек тауының атамаһы нисек килеп сыҡҡан?
Автор:
Читайте нас: