Атайсал
19 Апреля 2024, 10:10

Бөрйән ҡыҙына

Улар тауҙар ғорурлығын алған, Һомғоллоғон алған ҡарағайҙың, Бейегәндәй талғын йөҙөп килгәс, "Ҡай яҡ ҡыҙы?" - түҙмәй һорағайным,

Бөрйән ҡыҙынаБөрйән ҡыҙына
Бөрйән ҡыҙына

Сыңланымы сулпылары, әллә
Һәр бер әйткән һүҙе йырлап сыға?
Ҡая-таштар араһында үҫ тә,
Шиғыр-йырһыҙ, имеш, түҙеп ҡара!

Йылмайыуы Ағиҙелдең әллә
Ҡыйғасланып киткән бөгөлө?
Йылҡысыҡҡанкүлдәй төпһөҙ микән
Күҙҙәре лә, күңел сөңгөлө?

Шул күңелдең ете йоҙаҡ серен
Кемдәр генә асып белгәндер?
Тыйнаҡ, әммә ғорур яуапланы:
"Ҡыҙы буламын мин Бөрйәндең".

Айгөл Ғәбитова (Йәмилева).

Бөрйән ҡыҙына
Бөрйән ҡыҙына
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас