Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
14 Март , 09:20

Яуымбайҙарҙың Наилә апайҙары бар!

Һәр ауылдың үҙ йырсыһы, гармунсыһы, бейеүсеһе булған кеүек, үҙ оҫтаһы ла була. Яуымбайҙар, мәҫәлән, кейем ҡыҫҡартыу, замок тектереү өсөн район үҙәгенә сапмай – уларҙың Наилә апайҙары бар! Уның оҫта ҡулдары ябай ғына әйберҙәрҙән дә күҙҙең яуын алырлыҡ матурлыҡ булдырырға һәләтле.

Яуымбайҙарҙың Наилә апайҙары бар!
Яуымбайҙарҙың Наилә апайҙары бар!

-Ауылыбыҙ оҫтабикәһе Исмагилова Наилә Әхәт ҡыҙы ҡул эшенең бар төрөн дә үҙләштергән уңғанбикә. Энә, ырғаҡ менән бәйләү, тегеү, сигеү булһынмы - барыһы ла ҡулынан килә уның. Оҫтабикә милли кейемдәр, кескәйҙәр өсөн костюмдар, уйынсыҡтар тегә, таҫтамалдар сигә, биҙәүестәр ҙә яһай. Тиҙ арала кейем ҡыҫҡартырға, замок алыштырырға кәрәк икән, әлбиттә, Наилә апайҙың оҫта ҡулдары ярҙамға килә. Ябай ғына туҡыманан иҫ китерлек мөғжизә тыуҙырыусы Наилә Әхәт ҡыҙының ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша.
Үҙе белгән шөғөлөн ул бүтәндәр менән дә ихлас бүлешә, өйрәтә. Район күләмендә, ауылда ойошторолған күргәҙмәләрҙә, конкурстарҙа ҡатнашыусы уңғанбикәбеҙгә тик уңыштар ғына юлдаш булһын! – тип хәбәр итәләр Яуымбай ауыл мәҙәниәт йорто төркөмөндә.

Сығанаҡ - СДК Яумбаево  төркөмө.

Яуымбайҙарҙың Наилә апайҙары бар!
Яуымбайҙарҙың Наилә апайҙары бар!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: