Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
7 Февраль , 08:25

Бөгөн Мортаҙа Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл

Бөгөн халҡыбыҙҙың арҙаҡлы улы Мортаҙа Ғөбәйҙулла улы Рәхимовтың тыуған көнө – уның тыуыуына 90 йыл. Ошо уңайҙан Өфөлә уның иҫтәлегенә һәйкәл асыласаҡ, ул йәшәгән йорттарға таҡтаташтар ҡуйыласаҡ.

Бөгөн Мортаҙа Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл
Бөгөн Мортаҙа Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл

Мортаза Ғөбәйҙулла улы Рәхимов 1934 йылдың 7 февралендә Башҡорт АССР-ы Күгәрсен районының Тәүәкән ауылында тыуған. Милләте — башҡорт.

Атаһы — Ғөбәйҙулла Зөфәр улы Рәхимов Бөйөк Ватан һуғышынан һуң бер нисә хужалыҡта рәйес булып эшләй һәм 1956 йылда «Почёт Билдәһе» ордены менән бүләкләнә.

Мортаза Рәхимов үҙенең хеҙмәт эшмәкәрлеген 1956 йылда, Өфө нефть техникумын тамамлағандан һуң, Өфө нефть эшкәртеү заводында оператор булып башлай. Төп эшенән айырылмай, 1964 йылда Өфө нефть институтының киске бүлеген тамамлай.

1960—1975 йылдарҙа КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводында ҡоролма начальнигы, цех начальнигы урынбаҫары, яңы производстволарҙы эшкә ҡушыу һәм көйләү буйынса баш инженер урынбаҫары булып эшләй.

1976—1978 йылдарҙа — предприятиеның баш химигы һәм баш инженер урынбаҫары вазифаларын башҡара.

1978—1986 йылдарҙа — КПСС-тың ХХII съезы исемендәге Өфө нефть эшкәртеү заводының баш инженеры, артабан 1990 йылға тиклем директоры була.

1974 йылдан 1991 йылдың авгусына тиклем КПСС ағзаһы.

Өфө ҡала Советы һәм Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы депутаты.

1989 йылда СССР халыҡ депутаты һәм СССР Юғары Советы ағзаһы итеп һайлана.

1990—1993 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы Юғары Советы Рәйесе. Был осорҙа Башҡортостан Республикаһының дәүләт суверенитеты тураһында Декларация (1990 йыл, 11 октябрь) ҡабул ителә, Федератив Килешеүгә һәм Федератив Килешеүгә Башҡортостан Республикаһынан Ҡушымтаға (1992 йыл, 31 март), Башҡортостан Республикаһы яңы Конституцияһы (1993 йыл, 24 декабрь) ҡабул ителә.

1993 йылдың 12 декабрендә бөтә халыҡ тарафынан Башҡортостан Республикаһының тәүге Президенты итеп һайлана. Һайлауҙа ҡатнашыусыларҙың 63 проценты М. Ғ. Рәхимов өсөн тауыш бирә. Беренсе президентлыҡ осоронда Рәсәй Федерацияһы дәүләт власы органдары менән Башҡортостан Республикаһы дәүләт власы органдары араһында үҙ-ара вәкәләттәр бүлешеү тураһында Рәсәй Федерацияһы менән Башҡортостан Республикаһы Килешеүенә (1994 йыл, 3 август) ҡул ҡуйылa.

1998 йылдың 14 июнендә Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп ҡайтанан һайлана.

1993—2001 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль Йыйылышының Федерация Советы, артабан Рәсәй Федерацияһы Дәүләт Советы ағзаһы.

2003 йылдың 21 декабрендә «Һайлау хоҡуҡтары һәм РФ граждандары референдумында ҡатнашыуға хоҡуҡтарҙың төп гарантиялары тураһында»ғы Федераль законға ярашлы, бөтә халыҡ һайлауының икенсе турында 78 проценттан артыҡ тауыш йыйып, өсөнсө тапҡыр Башҡортостан Республикаһы Президенты итеп һайлана.

2006 йылдың сентябрендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Владимир Путинға үҙенә ышаныс тураһында мөрәжәғәт итә. 2006 йылдың 5 октябрендә Рәсәй Президенты Владимир Путин республика Президенты вәкәләттәрен йөкмәтеү өсөн Мортаза Рәхимовтың кандидатураһын Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ҡарауына индерә. 2006 йылдың 10 октяберендә үткән Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың 39-сы, сираттан тыш, ултырышында депутаттар бер тауыштан Мортаза Рәхимовҡа республика Президенты вәкәләттәрен яңы биш йыллыҡка йөкмәтеү тураһында ҡарар ҡабул итә.

2010 йылдың 12 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты хакимиәте башлығы Сергей Нарышкин менән осрашыуында үҙенең вазифаһынан ваҡытынан алда китергә теләүе тураһында иғлан итә.

2010 йылдың 15 июлендә Рәсәй Федерацияһы Президенты Д. А. Медведев М. Ғ. Рәхимовтың Башҡортостан Республикаһы Президенты вазифаһынан отставкаға китеү үтенесен ҡәнәғәтләндерә.

2010 йылдың 22 октябренән «УРАЛ» хәйриә фонды рәйесе.

2010 йылдың 8 декабрендә «„Башнефть“ акционерҙар нефть компанияһы» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең Директорҙар советына һайлана.

2015 йылдың 14 апрелендә Мортаза Рәхимовҡа «Ватанға хеҙмәте өсөн» («За службу Родине») миҙалы тапшырылды.

Ил ағаһы 2023 йылдың 11 ғинуарында вафат булды.

(Башҡорт Википедияһынан алынды).

 

Бөгөн Мортаҙа Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл
Бөгөн Мортаҙа Рәхимовтың тыуыуына 90 йыл
Автор:
Читайте нас: