Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
5 Февраль , 08:45

Америкала йәшәүсе Бөрйән ҡыҙынан байназарҙарға сәләм!

2010 йылдан бирле Американың Бостон ҡалаһында йәшәүсе Бөрйән сығышлы Өфө ҡыҙы Әлфинә Ҡарағолованың саф башҡортса һөйләшеүе, яҙыуы урыҫтар ҙа башҡортса аңлаған, һөйләшкән Бөрйәндә йәшәп тә үҙ телен белмәмешкә һалышҡан – үҙ телендә һөйләшеүҙән кәмһенгән бәғзе бер милләттәштәр өсөн бик яҡшы үрнәк... Телефонында башҡортса шрифт та булған (арабыҙҙағы бәғзе берәүҙәр хатта быны кәрәк тип тапмай) Әлфинә атаһының тыуған ауылы Байназарҙың “Айыҡ ауыл” конкурсында ҡатнашыуына теләктәшлек белдереп, бына нимәләр яҙа:

Америкала йәшәүсе Бөрйән ҡыҙынан байназарҙарға сәләм!
Америкала йәшәүсе Бөрйән ҡыҙынан байназарҙарға сәләм!

-Доньялағы иң матур, иң яратҡан еремә - Бөрйән районының Байназар ауылына ҡайнар сәләм! Мин Ҡарағолова Әлфинә Азат ҡыҙы булам. 2010 йылдан бирле Америка ҡушма штаттарының Бостон ҡалаһында йәшәйем, Логан исемле аэропорттың Информация (мәғлүмәт) бүлегендә эшләйем. Ял көндәремдә дуҫтарым менән тәбиғәткә сығабыҙ, тауҙарға йөрөйбеҙ, был илдең төрлө ҡалаларына һәм националь парктарына сәйәхәткә барабыҙ.
Үҙем йыраҡта булһам да, Байназар ауылым һәр саҡ йөрәгемдә ҙур урын алып тора. Һәр саҡ төштәремдә ауылыбыҙҙағы өйөбөҙҙө, ҡапҡа алдын, өләсәйемде, туғандарымды, сыр-сыу килеп урамыбыҙ балалары менән уйнауыбыҙҙы, тәңгәлдәге утрауға төшөп Ағиҙел йылғаһында һыу инеүбеҙҙе күрәм. Атайыма һәм әсәйемә ваҡытындә Байназарға күсеп ҡайтҡандарына бик рәхмәтлемен! Алмаз ағайым һәм миңә иң бәхетле баласаҡ бүләк иттегеҙ!Айырым рәхмәтемде Флүрә инәйем һәм мәрхүм Хәйҙәр апам Салауатовтарға, балаларына һәм барлыҡ туғандарыма әйтәһем килә! Мин ҡайтҡан һайын ҡәҙерләп ҡаршы алаһығыҙ, ҙур рәхмәт!
Әлеге көндә ауылдаштарымдың айыҡ ауыл бәйгеһендә ҡатнашыуына бигерәк шатмын! Аҙна һайын үткән сараларҙы күҙәтеп барам, бик ҡыуанам һеҙҙең өсөн! Һәр саҡ шулай дәртле, татыу, тырышып йәшәйек! Был бәйгелә ҡатнашыу ауылыбыҙға тағы ла йәм өҫтәне, беҙҙе берләштерҙе! Ойоштороусылаға, ярҙамсыларға, актив ҡатнашыусыларға һәм һәр Байназар ауылы ғаиләһенә ҙур рәхмәт!

Байназар - айыҡ ауыл, мин һеҙҙең менән!
Айыҡ ауыл-2023. Байназар ауылы
#Айыҡ_ауыл_Байназар
#АйыҡАуыл2023
#ТрезвоеСело2023
#БөтәДоньяБашҡорттарыҠоролтайы
#всемирныйКурултайБашкир
#БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: