Салауат районынан күп балалы әсә Ильнара Сафина, Мышығар ауыл хакимиәте (Мещегаровский сельсовет) башлығы булып эшләгән ире үҙ теләге менән махсус хәрби операцияға киткәс, уның урынына ҡала.
Ошо көндәрҙә Ильнара “Служение” тип аталған Бөтә Рәсәй муниципаль премияһына лайыҡ булды. “Кеше яҙмышы – Ватан ғорурлығы” номинацияһында награданы уға Рәсәй Президенты Владимир Путин тапшырҙы.
Конкуренция бик юғары булған – конкурсҡа 19 мең ғариза ҡабул ителгән.
-Яҡташыбыҙ менән ғорурланам һәм уны еңеүе менән ҡотлайым.
Ильнара Сафинаға һәм үҙҙәренең хеҙмәте менән көн һайын Башҡортостанда йәшәүселәрҙең тормошон яҡшыраҡ итеүсе беҙҙең муниципаль хеҙмәткәрҙәрҙең ҙур командаһына рәхмәт белдерәм, - тип яҙа үҙенең сәхифәһендә республика етәксеһе Радий Хәбиров. (Видеояҙма ла шул уҡ сығанаҡтан).