Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Ғинуар , 10:20

Ҡыпсаҡ ҡыҙы үҙ премияһын булдырған!

 Өфөлә йәшәүсе Ҡыпсаҡ ҡыҙы ауыл мәктәбе уҡыусыларын Яңы йыл алдынан премиялары менән һөйөндөргән! Атайсалына изге эш бағышлаған яҡташыбыҙға афарин! Кем һуң ул, тиһегеҙҙер...

Ҡыпсаҡ ҡыҙы үҙ премияһын булдырған!
Ҡыпсаҡ ҡыҙы үҙ премияһын булдырған!

-Уҡыу йылы барышында бер тапҡыр төрлө фәндәрҙән олимпиадалар еңеүселәренә һәм призерҙарына ауылдашыбыҙ, әлеге мәлдә Өфөнөң Калинин районы хакимиәтенлә методист булып эшләп йөрөүсе Илекәева (Шәмиғолова) Әлфиә Йәғәфәр ҡыҙы үҙ премияһын булдырҙы. Был премияға Яңы йыл байрамы алдынан 11 уҡыусы лайыҡ булды. Был уҡыусылар башҡорт теле, физкультура, инглиз, тарих фәндәренән олимпиадала ҡатнашып призер һәм еңеүсе булғандар.
Бына улар:

Акулова Гөлшат (4-се класс), Боҫҡонов Азис (7-се класс), Усманова Әминә (7-се класс), Үтәбаев Ихсан (8-се класс), Шәмиғолова Айсулпан (8-се класс), Билалова Шәүрә (8-се класс), Хәлиуллина Алина (9-сы класс), Көмөшбаева Розалия (9-сы класс), Ҡасимова Алтынай (10-сы класс), Ҡаһарманова Юлиә (11-се класс), Көмөшбаев Нургиз (11-се класс).
Атайсалға файҙалы эштәр йылында Әлфиә Шәмиғолова үҙенең мәктәбе өсөн бик файҙалы һәм изге ғәмәл башҡарып та ҡуйҙы.
Афарин тиергә генә ҡала! Ҡылған изге ғәмәлдәрегеҙ үҙегеҙгә лә йөҙләтә әйләнеп ҡайтһын! – тип ҡыуанып хәбәр итәләр Әбделмәмбәт мәктәбе(Ҡыпсаҡ) төркөмөндә.

Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: