Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
11 Ғинуар , 14:25

Тыуған көнөндә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыла

Башҡортостанда Мортаза Рәхимовтың 90 йыллығына бағышланған саралар уҙғарыла. Бөгөн ойоштороу комитеты ултырышы үткән. 7 февралдә төп сара - Башҡортостандың беренсе президентына һәйкәл асыу тантанаһы була.

Тыуған көнөндә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыла
Тыуған көнөндә Мортаза Рәхимовҡа һәйкәл асыла

 Республика Башлығы хакимиәте етәксеһе Максим Забелин белдереүенсә, Мортаза Рәхимовтың ҡаҙаныштарын иҫләйбеҙ. Уның хеҙмәте баһалап бөткөһөҙ. 7 февралдә төп сара - Башҡортостандың беренсе президентына һәйкәл асыу тантанаһы була. Ул Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай бинаһы ҡаршыһында урынлаштырыла. Монументтың авторы - скульптор Салауат Щербаков. Ошо уҡ көндә, Өфөнөң Энгельс һәм Беренсе май урамдарында, Мортаза Рәхимов йәшәгән һәм эшләгән ике йортта мемориаль таҡтаташтар асыла. Башҡортостандың беренсе президенты бер йыл элек 88 йәшендә вафат булды.


Сығанаҡ: Яңылыҡтар - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы.

Автор:
Читайте нас: