Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
10 Ғинуар , 09:20

Киләһе оҙайлы ял ҡасан була?

2024 йылда республика халҡын 118 өҫтәмә ял көнө көтә. Ҡасан көтөлә һуң ул ялдар?

Киләһе оҙайлы ял ҡасан була?
Киләһе оҙайлы ял ҡасан була?

Киләһе оҙайлы ялдар - февралдә. Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан 23 февралдән 25-енә тиклем ял итәбеҙ. Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө айҡанлы 8-10 мартта өс көн рәттән ял була.

10 апрелдә - Ураҙа байрамы. Май байрамдарында иһә ике тапҡыр дүртәр көнлөк ялдар билдәләнә: 28 апрелдән 1 майға һәм 9 майҙан 12-һенә хәтлем.

Июндә Башҡортостанда Рәсәй көнө (12 июндә) һәм Ҡорбан байрамы (16 июндә) уңайынан өҫтәмә ял көндәре көтөлә.

Халыҡтар берҙәмлеге көнөнә ҡарата 3 һәм 4 ноябрҙә ял була.

Яңы йыл каникулдары 29 декабрҙә башлана.

https://www.bashinform.ru/news/social/2024-01-08/kak-budem-otdyhat-v-2024-godu-i-kogda-budut-sleduyuschie-dlinnye-vyhodnye-3594439

 

Автор:
Читайте нас: