Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
9 Ғинуар , 10:30

“Урал кубогы” Бөрйәндә ҡалды!

Ҡышҡы каникул осоронда район үҙәгендәге “Урал” физкультура-һауыҡтырыу комплексында традицион йәйәнән уҡ атыу буйынса “Урал кубогы” үтте.

“Урал кубогы” Бөрйәндә ҡалды!
“Урал кубогы” Бөрйәндә ҡалды!

ФИТА 40 сәбенә 18 метрлыҡ дистанциянан аттылар.

Ярыштарҙа Бөрйән, Әбйәлил, Баймаҡ, Белорет, Ғафури, Ишембай, Өфө, Учалы, Дәүләкән райондарынан, Өфө, Сибай, Белорет ҡалаларынан 48 уғатар ҡатнашты.
Ир-егеттәр араһында 1-се урында – Сынбулат Юлбирҙин, 2-се – Хөрмәт Таһиров, 3-сө – Азат Ишкилдин.

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында Динә Вәлиева – беренсе, Әлиә Ишморатова – икенсе, наилә Ишкилдина – өсөнсө.
Шулай итеп, “Урал кубогы” Бөрйәндә ҡалды – уға Сынбулат Юлбирҙин эйә булды!

Киләсәктә лә еңеүҙәр теләйбеҙ!

“Урал кубогы” Бөрйәндә ҡалды!
“Урал кубогы” Бөрйәндә ҡалды!
“Урал кубогы” Бөрйәндә ҡалды!
Автор:Тансылу Багаутдинова
Читайте нас: