Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
16 Декабрь 2023, 09:35

Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!

#Айыҡ_ауыл_Байназар Кемгә ишек-тәҙрә, яҡтау ултыртырға, һандыҡ эшләргә кәрәк, барыһы ла Мәүлиткә мөрәжәғәт итәләр. Ауылда уның ҡулы теймәгән өйҙәр бик һирәк. Ул ағастан әйберҙәр эшләү оҫтаһы ғына түгел, йыр-моңға ла ғашиҡ, оҫта гармунсы ла. Теттереп гармунда ла уйнай, йырлай, оҫталыҡ эшен дә башҡара Мәүлит Ғылмитдин улы!

Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!

#Оҫтаныңтылсымлыҡулдарытыуҙырғанмөғжизә хештегы аҫтында ойошторолған онлайн - күргәҙмә геройы - ауылыбыҙҙың тағы бер алтын ҡуллы оҫтаһы - Шәрипов Мәүлит Ғылмитдин улы.

Ул 1963 йылдың 10 апрелендә Бөрйән районы Байназар ауылында Ғылмитдин һәм Шәмсикамал Шәриповтарҙың күп балалы ғаиләһендә кинйә бала булып донъяға килгән. Мәүлит Шәриповҡа өс кенә йәш булғанда, һуғыштан һаулығы ҡаҡшап ҡайтҡан атаһы үлеп ҡала. Атаһының ҡулы оҫта була, нимәгә генә тотонһа ла, ниәт иткән эшен аҙағына еткереп эшләп ҡуйыр булған. Атай тәрбиәһе күреп өлгөрмәһә лә, Мәүлит Ғылмитдин улы атаһына оҡшап, оҫта ҡуллы булып үҫә. Егәрле, тырыш, оҫта ҡуллы кешеләрҙең донъяһы ауылға йәм биреп, әллә ҡайҙан балҡып ултыра. Ундай йорттарҙың үҙенә генә хас нуры, ҡото була тиҙәр, ысынлап та, Шәриповтарҙың йорто ла яҡты нуры менән, әллә ҡайҙан үҙенә тартып тора. Өй эсенә үтһәң, мебелдәр, ағастан эшләнгән барлыҡ әйберҙәр ҙә оҫтаның ҡул эше икәнлеге күренеп тора. Әлеге ваҡытта Мәүлит Ғылмитдин улы ауылыбыҙҙың алмаштырғыһыҙ оҫталарының береһе, сөнки ябай ағастан күҙ яуын алырлыҡ матурлыҡ тыуҙырыу һәр кемдең ҡулынан килә торған эш түгел! Кемгә ишек-тәҙрә, яҡтау ултыртырға, һандыҡ эшләргә кәрәк, барыһы ла Мәүлиткә мөрәжәғәт итәләр. Ауылда уның ҡулы теймәгән өйҙәр бик һирәк. Ул ағастан әйберҙәр эшләү оҫтаһы ғына түгел, йыр-моңға ла ғашиҡ, оҫта гармунсы ла. Теттереп гармунда ла уйнай, йырлай, оҫталыҡ эшен дә башҡара Мәүлит Ғылмитдин улы!
Арабыҙҙа шундай оҫта булыуына беҙ бик шатбыҙ, киләсәктә лә уның ҡулдары тыуҙырған матурлыҡ, барлыҡ кешеләрҙе лә хайран ҡалдырыр!

#Айыҡ_ауыл_Байназар
#АйыҡАуыл2023
#ТрезвоеСело2023
#БөтәДонъяБашҡорттарыҠоролтайы
#ВсемирныйКурултайБашкир
#БөрйәнБашҡорттарыҠоролтайы


.

Байназар ҡатын-ҡыҙҙары

төркөмөнән.

Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Байназарҙа уның ҡулы теймәгән өйҙәр әҙҙер!
Автор:
Читайте нас: