Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
17 Ноябрь 2023, 16:55

Байназар исеме мәңгеләштерелә!

Берҙәмлектең көсө күмәк эштә күренә

Байназар исеме мәңгеләштерелә!
Байназар исеме мәңгеләштерелә!

Байназар ауылы бай тарихҡа, традицияларға эйә. Ауылдың исемен данлар шәхестәре, быуаттар һуҙымында ғорурланыр кешеләре, башҡаларға өлгө булырлыҡ матур эштәре бар.

Бына әле байназарҙар ауыл исемен мәңгеләштереүгә тағы бер аҙым яһаған – Байназарға ингән ерҙәге  (боролоштағы) буш майҙансыҡҡа ауыл исемен яҙып, өҫтөнә ҡурай тажын беркетеп тә ҡуйғандар.

Был эшкә  ауыл хакимиәте башлығы йөгөн иңенә алмаған сағында уҡ әлеге башлыҡ Нуриман Нуретдин улы Әминев тотонған булған. Уның идеяһын ауылдың йәшерәк ир-аты күтәреп тә алған.

“ Былтыр  МХО-лағы егеттәргә мунса  эшләгәндәге һымаҡ, берҙәм генә эшкә тотондоҡ – материал йыйҙыҡ, иретеп-йәбештереү эштәре менән булдыҡ. Әле эште аҙағына еткерәһе бар – ултырған нигеҙен ҡойоп эшләргә, хәрефтәрен буярға һ.б.”-ти Нуриман Нуретдин улы.

Күмәкләгән яу ҡайтарған, ти халыҡ. Берҙәмлектең көсө күмәк эштә күренә шул.

Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: