Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
25 Октябрь 2023, 10:00

Өфөлә Бөрйән яҡташтар ойошмаһы әүҙем эшләй

Өфөләге Бөрйән яҡташтар ойошмаһы йәш яҡташтары, йәғни студенттар менән осрашты. Йыйылышта йәштәр фекерҙәре, идеялары менән уртаҡлашты, өлкән яҡташтарынан йәштәрҙе ойоштороу саралары тураһында кәңәштәр, тәҡдимдәр тыңланы һәм тап үҙҙәренә ҡағылышлы ҡайһы бер ҡарарҙар ҡабул ителде. Йәш яҡташтар өсөн ҡарар:

Өфөлә Бөрйән яҡташтар ойошмаһы әүҙем эшләй
Өфөлә Бөрйән яҡташтар ойошмаһы әүҙем эшләй

  1. Аҙнаның һәр шишәмбе көнө, 20:00 сәғәттә, Өфөнөң сауҙа һәм иҡтисад колледжының спорт залында волейбол уйнауҙы ойошторорға;

    2. Йәйгелек уҙғарыласаҡ Һабантуй, спорт байрамы тураһында әҙерлек эштәре башларға;

    Яҡташтар ойошмаһының рәйесе Ришат Хажғәле улының йөкләмәһе буйынса Бөрйән яҡташтар берлегенең сираттағы ултырыш ҡарары:

    1. Яҡташтар араһында спорт ярыштары уҙғарыу өсөн әҙерлек эштәре башларға. Яуаплы: Илнар Салауатов;

    2. 30 октябрҙә Бөрйәндән килеп "Урал батыр" эпосын ҡуйыусы яҡташтарыбыҙға һәр яҡлап ярҙам булдырырға;

    3. Бөрйән яҡташтар берлегенең ҙур байрамын уҙғарыуға әҙерлек эштәрен башларға. Яуаплы: Ришат Сабитов;

    4. Профессиональ булмаған яҡташ шағирҙарҙың йыйынтығын сығарырға әҙерләнергә. Яуаплы: Таңсулпан Рәсүл;

    Был юҫыҡтан, райондаштар, барығыҙҙы ла Өфөләге Бөрйән яҡташтар берекмәһенең ижтимағи һәм мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнашырға саҡырып ҡалабыҙ!

(Мәғлүмәт һәм фотолар БӨРЙӘН ЯҠТАШТАР БЕРЛЕГЕ төркөмөнән).

Өфөлә Бөрйән яҡташтар ойошмаһы әүҙем эшләй
Өфөлә Бөрйән яҡташтар ойошмаһы әүҙем эшләй
Өфөлә Бөрйән яҡташтар ойошмаһы әүҙем эшләй
Өфөлә Бөрйән яҡташтар ойошмаһы әүҙем эшләй
Автор:Т. Баһауетдинова ҡуйҙы.
Читайте нас: