Бөтә яңылыҡтар
Атайсал
12 Октябрь 2023, 13:00

"ФУРҠАН"ҒА АҠСА ЭШЛӘНЕЛӘР!

Район үҙәге мосолмандары йәрминкәлә һатыу итеп  мәсет төҙөлөшө өсөн 46 мең һум аҡса эшләгән!

"ФУРҠАН"ҒА АҠСА ЭШЛӘНЕЛӘР!
"ФУРҠАН"ҒА АҠСА ЭШЛӘНЕЛӘР!

 Йәрминкә мәлендә  көн  һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан, район үҙәгендәге мосолман, мөслимәләр  хәләл кафе ойоштороп, көн оҙон тороп һатыу итеп,  “Фурҡан” мәсете төҙөлөшөнә үҙ өлөшөн индерҙе,  әлхәмдүлилләһ.

Йәш мөслимәләрҙең “ Тәсним” иттифағы етәксеһе Вәзимә Ғәбитова: “ Һатыу бик шәп барҙы, барып тороп өлгөрмәйһең , аҙыҡ-түлекте ала башлайҙар . Мәсеткә булғанға микән, нәмәләр әҙ булһа ла, һатыуҙан килем   һәйбәт сыға. Бешереп ризыҡ  килтереүселәргә, былау бешереүсегә, һатыуҙа торгандарға, килеп ашап киткәндәргә лә, саҙаҡа һалыусыларға ла , япма, өҫтәл ҡороусы ағайҙарға -  һәммәгеҙгә лә оло рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ. Һатыуҙан килгән аҡса  46 мең һум булды. Аллаһ Тәғәлә риза булһын барығыҙҙан да!”-ти.

Эйе, йәрминкәләрҙә, төрлө сараларҙа  хәләл продукция менән һатыу итеп мәсеткә джәриә саҙаҡаһы керетеү районда матур йолаға әйләнде. Изге эштәрҙә ярышыу – Аллаһ риза булырлыҡ ғәмәлдәрҙән.

"ФУРҠАН"ҒА АҠСА ЭШЛӘНЕЛӘР!
"ФУРҠАН"ҒА АҠСА ЭШЛӘНЕЛӘР!
"ФУРҠАН"ҒА АҠСА ЭШЛӘНЕЛӘР!
Автор:Айсылу Гарифуллина
Читайте нас: